Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Август 2025, 08:00

Шарапжан: "Ҡатын-ҡыҙҙың ғишҡына алданып йәшәгем килмәй"

Рәмил Шарапов - Шарапжандың ҡыҙыҡлы видеоларын яратып ҡарайбыҙ. Гел тотанаҡлы, ипле итеп күрәбеҙ уны, яҙмалары ла еңелсә юмор менән тулы. Ә бына ғаилә тормошо, мөхәббәт, ир-егет яуаплылығы хаҡында нимә уйлай икән ул?

Шарапжан: "Ҡатын-ҡыҙҙың ғишҡына алданып йәшәгем килмәй"Шарапжан: "Ҡатын-ҡыҙҙың ғишҡына алданып йәшәгем килмәй"
Шарапжан: "Ҡатын-ҡыҙҙың ғишҡына алданып йәшәгем килмәй"

Шарапжан - шоумен, юмор остаһы Рәмил Шарапов телевидениелағы "Һөйләшергә ваҡыт" тапшырыуында иң ҡурҡҡан нәмәһе тураһында һөйләгән.

- Иң ҡурҡҡан нимәм - ғаиләмде юғалтыу. Мин ул хаҡта уйларға ла ҡурҡам! Өйләнер алдынан бер һүҙем бар ине - бер ҡасан да айырылышмаҫҡа. Балаларҙы атай-әсәйһеҙ үҫтерәһем килмәй. Хоҙай Тәғәлә нисек насип иткән - ике ҡанатлы итеп үҫтерәһем килә.

Шаярып, осһоҙланып, танау күтәреп, популярлығыңды күтәрә алмайынса бүтән ҡатын-ҡыҙҙың флиртына алданып йәшәгем килмәй!

Бер нәмәм дә булмағанда, мин бер кем булмағанда янымда кешем булды! Бына уның менән аҙаҡҡы көнгә ҡәҙәр йәшәгем килә, - тигән ул интервьюла.

Афарин, Шарапжан. Һинең кеүек яуаплы ирҙәр, атайҙар күберәк булһын!

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас