Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Август 2025, 18:15

Башҡортостанда яңы мәҙәниәт объекттары асылды

Радий Хәбиров Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы сиктәрендә видеоэлемтә тәртибендә яңы объекттарҙы тантаналы асыуҙа ҡатнашты.

Башҡортостанда яңы мәҙәниәт объекттары асылдыБашҡортостанда яңы мәҙәниәт объекттары асылды
Башҡортостанда яңы мәҙәниәт объекттары асылды

Стәрлебаш районының Первомайский ауылында модулле мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Ауылда оҙаҡ йылдар клуб булмай. Ижади берләшмәләр, шул иҫәптән "Калинка" вокаль ансамбле һәм "Дебют" йәштәр театры район үҙәгенә йөрөргә мәжбүр була. Клуб республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә.

- Был үҙәк Первомайский һәм күрше ауылдар халҡы өсөн мөһим урын буласаҡ, - тип билдәләне Стәрлебаш районы башлығы Рөстәм Рахманғолов. - Республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре белдерәбеҙ.

Ултырышта шулай уҡ Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы, Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ, Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылдарындағы яңы модулле китапханалары эшенә старт бирелде. Әйткәндәй, улар "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә йыһазландырылған. Башҡортостан Башлығы райондарҙа йәшәүселәр өсөн бындай мәҙәни объекттар булдырыуҙың мөһим булыуын билдәләне.

- Хәйерле сәғәттә, беҙ һеҙҙең өсөн бик шатбыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Бәләкәй ауылдарҙа бындай объекттар асылыуы бик шәп. Мәҙәниәтебеҙ ҡала-ауылдарыбыҙҙа сәскә атһын.

Башҡортостанда яңы мәҙәниәт объекттары асылды
Башҡортостанда яңы мәҙәниәт объекттары асылды
Башҡортостанда яңы мәҙәниәт объекттары асылды
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас