Рөстәм Ғәзизов - башҡорт егете. Мордва Республикаһында тыуа, етем ҡала, Стәрлетамаҡтағы приютҡа эләгә. Бер аҙ Учалы районындағы өләсәһе менән йәшәй, ләкин ул вафат булғас, йәнә урамда ҡала.
Бәхетенә күрә, изге кешеләргә осрап, улар милләттәшебеҙҙе асарбаҡ, берәҙәк тормошонан йолоп ала, һаулығын нығытырға ла, сәхнәгә сығырға ла ярҙам итәләр. Тиҙҙән егет клиптарын яҙҙыра. Уның моңо тамашасыларҙы арбай...
Артабан һүҙҙе "Башҡортостан" республика гәзитенең рәссамы, художество мөхәррире Нәсих Хәлисовҡа бирәйек. Бына үҙенең "Йырлы, гармунлы донъя" төркөмөндә нимә тип яҙа ул:
"ДУҪТАРЫМ!
Бынан ике көн элек төркөмдә талантлы егет Рөстәм Ғәзизов тураһында яҙып, уның “ҮТӘ ҒҮМЕР” тигән йырына яҙылған видео менән уртаҡлашҡайным. Рөстәм йырҙарының һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙа. Был видеояҙманы күптәр күҙ йәштәре аша ҡарауы, яҙмыш һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәҫкә, йәшәргә тырышҡан егеткә ярҙам итергә теләүе тураһында яҙҙы. Ул әлеге ваҡытта башындағы ауыр сиргә операция яһатыуға мохтаж.
Талантлы егет Рөстәм Ғәзизовҡа ярҙам итергә теләүселәр булһа, уның телефонын ҡабатлап бирәм. Йәшәргә, һауығырға, ижад итергә тырышҡан йәш кешегә хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәйек! +7 987 137-24-21 – Рөстәмдең кеҫә телефоны номеры, СБП аша ғына күсереп була. Банктың исеме - УБРиР, "Рөстәм Римович" тип килеп сыға. “Благотворительность”, “Садака” йәки “Помощь” тип яҙырға мөмкин.
Ә бөгөн һеҙҙең иғтибарға Рөстәм Ғәзизовтың тағы бер йырын тәҡдим итәм. “ТАШЛАП КИТТЕҢ” тип аталған был йырын ул вафат булған һөйөклө өләсәһенә һәм апаһына арнаған.
Күпме аҡса йыйылғанын, ҡайҙа, нисек тотонғанын мотлаҡ төркөмдә яҙып сығырбыҙ. Барығыҙға ла ярҙамығыҙ өсөн ҘУР РӘХМӘТ!"
Рөстәмдең йырҙарын ошо төркөмдә ҡарарға, тыңларға була: https://vk.com/httpsvk.compublic188727396
https://vk.com/wall-188727396_13757
https://vk.com/wall-188727396_13854
Фото: Р. Ғәзизовтың шәхси архивынан.