+24 °С
Ямғыр


2025 йылдың 20 сентябрендә Өфө районында ҙур байрам - III «Алтын уҡ» төбәк-ара халыҡ мәҙәниәте фестивале үтәсәк. Һеҙҙе 10.00 сәғәттә Өфө районының Шамонин ауылына һабантуй яланына саҡырабыҙ.
Программала:
традицион уҡтан атыу буйынса мауыҡтырғыс турнир,
халыҡ кәсептәре әйберҙәре күргәҙмә-йәрминкәһе,
иң яҡшы ижади коллективтарҙың концерты һәм башҡалар.
Фото: "Абзелил" гәзите.