Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентябрь 2025, 10:30

Башҡорт һылыуы Рәсәй конкурсында ҡатнаша

"Пластикаһыҙ, ботокс-филлерһыҙ, тәбиғи матурлыҡ!" – тип һоҡлана уға яҡташтарыбыҙ.

Башҡорт һылыуы Рәсәй конкурсында ҡатнаша
Башҡорт һылыуы Рәсәй конкурсында ҡатнаша

“Мисс Рәсәй” конкурсында Башҡортостан исеменән Сибай һылыуы Элиза Сөләймәнова сығыш яһай. Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсы Мәскәүҙә, 15 сентябрҙән 4 октябргә ҡәҙәр үтә.

18 йәшлек Элиза “Мисс Башҡортостан-2025” титулын яулап, федераль кимәлдәге конкурсҡа сыҡты. Ул әле РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалында 3-сө курста белем ала.

“Мисс Рәсәй” гүзәллек бәйгеһендә башҡорт һылыуы тотош илдән йыйылған 49 ҡатнашыусы – үҙ тыуған төбәктәрендә еңеү яулаған ҡыҙҙар менән көс һынаша.

Социаль селтәрҙәрҙәге байтаҡ Башҡортостан төркөмө Элиза менән таныштырып, һылыуға уңыштар теләне. Комментарий яҙыусылар араһында төрлө милләттән булған яҡташтарыбыҙ бар, улар башҡорт ҡыҙының тәбиғи матурлығына, һөйкөмлөлөгөнә һоҡлана һәм һис шикһеҙ еңеүселәр араһында булырына өмөт тота.

“Элиза мотлаҡ пьедесталда булырға тейеш! Уның өсөн көйәбеҙ”, “Бик матур, нәзәкәтле ҡыҙ! Пластикаһыҙ, филлерһыҙ, үҙенең тәбиғи матурлығы менән! Уңыштар һиңә, гүзәлкәй яҡташыбыҙ!” – тип яҙа башҡортостандар.

Элизаға уңыш юлдаш булыуын, далан теләйбеҙ!

Фото: t.me/bst_rb каналынан. 

 

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас