Мәртәбәле ҡунаҡтар
Зөбәржәт Нәби ҡыҙының бер туған апаһы, Аҡһары ауылының ағинәйе Гөлсөм Сәлихова, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, бер туған апаһы Рафиғаның ҡыҙы Римма Ғөбәйҙуллина, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Римма Арыҫланова, яҙыусы-сатирик, БР һәм РФ Яҙыусылар союздары ағзаһы, Баязит Бикбай, Хәким Ғиләжев, Илдар Юзеев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Закир Әҡбәров, шағир Тимер Ниәтшин, шағирә, Баязит Бикбай премияһы лауреаты Руша Солтанғолова, Зөбәржәт апайҙың ҡыҙы, Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжының уҡытыу-методик эше буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Зәлидә Вәли ҡыҙы Назарова һәм уның тормош иптәше, Эске эштәр министрлығы ветераны, 30 йылдан ашыу Эске эштәр министрлығы системаһында хеҙмәт иткән отставкалағы подполковник Азамат Григорий улы Назаров үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уға арнауҙарын уҡыны. Абдул урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Көйөргәҙе районының туған телдәр уҡытыусыларының методик ойошмаһы етәксеһе Ғәзимә Уразбай ҡыҙы Аҙнабаева сығышында шағирәнең ижадына ентекле туҡталды.
Зөбәржәт Йәнбирҙина һүҙҙәренә яҙылған йырҙар – “Кәкүк” (Риф Дәминов көйө) Раушания Сынбулатова, “Аһ, был донья” (Йәүҙәт Усманов көйө) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Туйгилдин, “Шабағышым”, (Нәзирә Ишҡолова көйө) Гөлсинә Тажетдинова, ”Әүрәтерлек тә түгел” (Искәндәр Вәлиев көйө) “Көйөргәҙе ынйылары” башҡорт халыҡ вокаль ансамбле башҡарыуында яңғыраны.
Ишандар тоҡомонан
Зөбәржәт Йәнбирҙинаның әсәһе – Ғәйшә апай, Ҡолгилде ишандың ҡыҙы, ауылда күренекле кешеләрҙең береһе була. Заманында билдәле “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлай. Ул биш ҡыҙын (Мәғүҙә, Рафиға, Ғәбиҙә, Гөлсөм һәм Зәбәржәт) ғәрәп, төрөк, рус телдәренә өйрәтә. Ҡыҙҙарын тәрбиәләгәндә психология, педагогика элементтарын ҡуллана. Уларҙы кәүҙәне дөрөҫ тотоп атларға, бейеүгә, йыр һәм музыкаға өйрәтә. Рус телен һыу кеүек эскән, ҡунаҡсыл Ғәйшә апайҙы ауылда бик ихтирам итәләр.
Ул оло йәшкә етһә лә һәр ваҡыт тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй. Балҡып торған өйөнән ҡунаҡтар өҙөлмәй. Һикһәненсе йылдарҙа Зөбәржәт ҡыҙына килгән ҡунаҡтарҙы ихласлап ҡаршылай һәм уларҙың ҡыҙыҡлы әңгәмәләрендә ҡатнаша. Ҡунаҡтар араһында күренекле шағир һәм яҙыусылар Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев, Салауат Галин да була. Ғәйшә инәй күңел байлығы менән билдәле шағир Рәми Ғариповтың да иғтибарын йәлеп иткән, ул йыш ҡына ҡунаҡ булып, тәмле аштары менән һыйланып китә торған булған.
Ил инәһенең халҡына өндәшкәне
Шағирә Зөбәржәт Нәби ҡыҙы Йәнбирҙина 1945 йылдың 18 сентябрендә Көйөргәҙе районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған. 63 йәшендә, 2009 йылдың 9 майында, яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Бөйөк Еңеү менән тиңдәш шағирәгә быйыл 80 йәш тулған булыр ине.
Зөбәржәт Йәнбирҙинаның «Йөҙөк ҡашы» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1978 йылда нәшер ителә. Уның шиғриәте үҫешен Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылған «Күк мунсаҡ» (1991), «Ил инәһе» (1995), «Һандал» (2001), «Даға сыңы» (2005) китаптарынан күҙәтергә була.
Яҙылып бөтмәгән «Көҫәпәй» романы (1-се һәм 2-се бүлектәре 1977 һәм 2001 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында баҫылып сыға. Кескәйҙәр өсөн «Ҡолонсаҡ» (1992), «Айбулатым — ейәнем» (1994) йыйынтыҡтары ла уның шәхесен тулыраҡ күҙ алдына баҫтыра.
Зөбәржәт апай күптәр хәтерендә ихлас, халыҡсан, йор һүҙле, бер әйтһә, йыға әйткән, тура һөйләгән башҡорт шағирәһе булып иҫендә ҡалғандыр.
Тәүге шиғри дүрт юллыҡтары башланғыс класта уҡығанда стена гәзиттәрендә урын алһа, тәүге мөхәббәтенә арналған “Аҡ ҡайын” шиғыры 16 йәшендә район гәзитендә баҫыла. Ҡунаҡбай ауылында башланғыс мәктәп кенә була, шуға һигеҙенсегә тиклем күрше ауылға йөрөп уҡый. Унан өс йыл һауынсы булып эшләй, ярышта алдынғылыҡты бирмәй. Тырыш ҡыҙҙы Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумына уҡырға ебәрәләр. Уны тамамлағас, ҡайтып колхоздың баш зоотехнигы булып эшләй башлай. Тормошҡа сыға, ҡыҙы Зәлидә тыуа. Ә күңелендәге йәшерен моң, шиғриәт шауҡымы барыбер тынғылыҡ бирмәгәнлектән, Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп килә, уҡығанда йөрөгән “Ашҡаҙар” әҙәби берекмәһенә ылыға. Ҡәләмдәше Кәбир Аҡбашев менән ул берекмәне Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы кимәленә күтәреп, ең һыҙғанып эшләй. Зөбәржәт Нәби ҡыҙы әҙәби консультант булараҡ байтаҡ йылдар йәш көстәрҙе әҙәбиәткә аяҡ баҫтырыуҙа арымай-талмай хеҙмәт итте. Аҙаҡ Күмертау яҙыусылар ойошмаһын булдырып, үҙе шуны етәкләне.
Шиғриәтендә ул илен, милләтен ҡурсалаусы инә ҡошҡа тиңләй. Теле халыҡсан, фекерен образлы итеп еткерә: “Тамырҙарын дымһындыра алмай Тәгәрәшеп үлә ҡайындарым” ( “Башҡортостандың суверенитетын юллағанда”). Йәмғиәттәге күренеште тәбиғәттәге аяныс хәлдәргә күсерә.
Быйылғы йыл, ирҙәр иңен ишеп,
Ауырлыҡты тағы һалыр микән?
Күрсе, ана, ярты ҡышҡа хәтле
Япраҡтарын түгә һалмай имән.
Донъяларҙа ҡауға, ҡауға, ҡауға,
Баҫа алмай ваҡыт-туташҡай ҙа.
Инәй тыйған кеүек балаларын
Тыйып тотор аҡыл-көсө ҡайҙа?
Зөбәржәт апай был һүҙҙәрҙе бынан тиҫтә йылдар элек әйтеп ҡалдырған. Әммә ул юлдар һаман да бөгөн әйтелгән кеүек дөрөҫ, тура күңелдең иң иңрәгән ҡылына барып тейә. Уның шиғриәте – образлы, аҡыллы, тапҡыр һүҙле шиғриәт. Ул - халыҡтың үҙәгенән тороп тейерен генә әйткән, берәгәйле итеп өндәшкән әҙибә.
Донъя – үҙе тулы сер, аҡыл, донъя үҙе – ожмах, ти ул. “Алтмыш өсөнсө көҙ” шиғыры тетрәндергес.
Алтмыш өсөнсө көҙ, ҡыр ҡаҙҙары
Ҡалдырҙылар тағы киткәндә.
Ҡалдырмағыҙ, ҡалдырмағыҙ, тинем
Йөрәгемде ялҡын өткәнгә.
Сыңрау торналар ҙа сылбырынан
Өҙгөләнеп кире ялғанды.
Әйтерһең дә, күңел ҡылдарыма,
Өҙөлөп ҡуйма, тиеп ялбарҙы.
64-ен тултыра алмай китте әҙибә. Тыуыуына 75 йыл тулыуға арнап сығарылған “Һайланма әҫәрҙәр” китабына баш һүҙҙе мин яҙғайным. Уның шиғриәтен яҡын күргәнгәлер, уға арнап шиғыр ҙа яҙғайным. Тик үҙенә һеҙгә арнауым бар тип әйтергә батырсылыҡ итмәнем. Әле бына килеп Көйөргәҙе район үҙәгенең мәҙәниәт йортонда шул хаҡта әйтеп, шиғырҙы уҡыным. Ярһыу рухлы, тураһын бәреп әйткән апай алдында бер аҙ юғалып та ҡалғандай була инек шул. Әммә уның нескә йөрәге үҙенә ҡарата хөрмәтте тойғандыр. Йәш яҙыусылар конференцияларында ул һәр ваҡыт әҙәбиәткә яңы исем – яңы балҡыш тәҡдим итә ине һәм уны зыҡ ҡубып яҡлап сыға ине. Әммә ғәҙел булды. Бөтә йәне-тәне менән башҡорт әҙәбиәтенә бирелгән шағирә ине бит ул.
Кисәлә яңғыраған фекерҙәрҙән
Закир Әҡбәров әйтеүенсә, “Тере шишмәләр” ижад берекмәһе тап Зөбәржәт Йәнбирҙинаның ныҡышмалығы арҡаһында ойошторолған һәм нығынып киткән, ул эшләгән осорҙа уны әлеге көндә тотоп торған көстәр барлыҡҡа килгән. Тимер Ниәтшин үҙенең әҙәбиәткә килеү тарихын һөйләп, уны ижадҡа тап Зөбәржәт Йәнбирҙина әйҙүкләп килтереүен әйтте. Руша Солтанғолова остазына арналған шиғырын яңғыратты. Ҡыҙы Зәлидә әсәһенең романын нәшер итергә кәрәклегенә баҫым яһаны. Хәтер кисәһендә шағирәнең архивындағы уның тауышын һаҡлаған аудиояҙма яңғырауы, сәхнәләге экрандан, болоттар араһынан баҡҡан сабыр ҡарашы күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәтте. Тамашасылар Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Зиннәт улы Акиловҡа, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы Нуриәхмәтоваға, режиссер һәм сценарий авторы Айзилә Альберт ҡыҙы Юлыеваға хәтер кисәһе өсөн рәхмәт белдерҙе. Бай әҙәби мираҫ ҡалдырған билдәле шәхестәр аша беҙ телебеҙгә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Ҡорғаҡһыған рухиәт шишмәләребеҙҙе һуғарабыҙ, киләсәк быуынды тәрбиәләйбеҙ. Ә Зөбәржәт Йәнбирҙина ижады ул – халҡыбыҙҙың шиғри күңел сөңгөлдәрен асыусы, тел байлығын күрһәтеүсе рухи хазина. Ул мотлаҡ өйрәнелергә һәм йәш быуындарға еткерелергә тейеш.
Түңәрәк йөҙлө, һәр кемде үҙ итеп һөйләшкән Зөбәржәт апайҙы яҡындан белеүселәр «Ҡояш апай» тип йөрөткән. Үҙе ысын донъяларға күсһә лә, уның ижады бөгөн күптәрҙе йылыта.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Автор фотолары.