Йыйынтыҡты Салауат Әбүзәрҙең Мөнир Ҡунафин менән әңгәмәһе аса. Башҡорт яҙыусылары Сәғит Агиш, Зәйнәб Биишева, Әнүәр Бикчәнтәев, Мостай Кәрим, Миләүшә Ҡаһарманова, Нажиә Игеҙйәнова, Таңсулпан Ғарипова, Сабир Шәрипов, Гөлнур Яҡупова, Әмир Әминев, Ринат Камал, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Флүр Ғәлимов, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Фәрзәнә Аҡбулатова, Лилиә Һаҡмар, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Мөнир Ҡунафин, Гөлназ Ҡотоева, Айгиз Баймөхәмәтовтың хикәйәләре төрөк уҡыусыһының күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ. Уларҙы Кубра Генч тәржемә иткән.
–Тәржемәләрем аша хикәйәләрҙәге геройҙар исемдәре, дини ышаныуҙар, йолалар, хатта уйындар араһындағы оҡшашлыҡтарҙы йәки уртаҡлыҡтарҙы тойҙом. Тел – ул мәҙәниәт, һәм был мәҙәниәтте юғары кимәлгә күтәреү – беҙҙең бурыс. Ниһайәт, эште башлағандан терәк булып торған остазым, доктор Өмәр Кучукмәхмәтоғлуға, хикәйәләрҙе яҙған авторҙарға, магистратурала уҡығанда башҡорт телен өйрәнергә ярҙам иткән доктор Синан Динчҡа, Башҡортостанда булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт терәк булған Гөлназ Ҡотоеваға, тәржемә барышында миңә иҫ киткес сабырлыҡ күрһәткән ҡәҙерле әсәйемә һәм атайыма һәм ғаиләмдең башҡа ағзаларына рәхмәтемде белдерәм. Ҡурай тауышлы, Салауат Юлаев рухлы, яғымлы бал ҡорттары сафлығы менән һуғарылған әҫәрҙәрҙе уҡыу кәйефе теләйем, – тип мөрәжәғәт итә ул баш һүҙендә китап уҡыусыларына.
Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа Кубраға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм, хыялын тормошҡа ашырып, Башҡортостанға ҡунаҡҡа килеүен көтөп ҡалабыҙ.
Фотоларҙа: Китаптың тышлығы.
Йөкмәткеһе.
Гөлназ Ҡотоеваның “Һөйөү тураһында йыр” хикәйәһенең бер бите.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!