Баш ҡалабыҙҙың 39-сы гимназияһында Рәсәй “Белем” йәмғиәте лекторы, яҙыусы, продюсер һәм йәмәғәт эшмәкәре Олег Рой менән осрашыу үтте. Балалар яҙыусының беренсе китабының яҙылыу тарихын тыңланы, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Осрашыу “Яңы мәҙәни тренд булараҡ уҡыу” темаһына бағышланды. Шуныһын билдәләргә кәрәк, Ә. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназия 1 сентябрҙә башланған “Чтецкие программы” проектында лидерҙар иҫәбенә инде. Уны президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса РФ Мәғариф министрлығы менән берлектә “Белем” йәмғиәте тормошҡа ашыра. Был башланғыстың төп маҡсаты – үҫмерҙәр, йәштәр араһында китап уҡыуҙы популярлаштырыу, уҡыусыларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү, уларҙы нәфис әҙәбиәт донъяһына йәлеп итеү.
Уҡыусыларға уҡырға кәрәкле әҙәбиәт тураһында һөйләгәндә, Олег Рой бөгөн тарихи әйберҙәргә, мәҫәлән, “Урал батыр” эпосына баҫым яһарға кәрәктер, тигән фекерен белдерҙе.
– Миндә үҙем өсөн мөһим булған китаптар бар. Әлбиттә, был “Һуғыш һәм солох”, “Онегин”, унан тыш, мәктәп программаһына инмәгән әҙәбиәт тә бар, мәҫәлән, Пабло Неруданың “Хоакин Мурьетаның йондоҙо һәм үлеме”. Ошо юлдарҙы әле лә хәтерләйем һәм остазыма бик рәхмәтлемен, – тип уртаҡлашты ул.
Яҙыусы үҙенең алдағы ижади пландары, шәхси үҫеше һәм МХО-ға арналған проекттары менән дә уртаҡлашты.
Сығанаҡ: mgazeta.com/articles/gost-mg/2025-10-27/pisatel-oleg-roy-vystupil-pered-ufimskimi-shkolnikami-4443061