Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Ноябрь 2025, 23:30

Юнир Һағынбаевты ҡотлайбыҙ!

Уның ғаиләһендә - шатлыҡлы ваҡиға. Бындай хәл көн дә булмай.

Юнир Һағынбаевты ҡотлайбыҙ!
Юнир Һағынбаевты ҡотлайбыҙ!

Билдәле йырсы, Баймаҡ районының Буранбай ауылы егете Юнир Һағынбаевтың ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға - уларҙың өсөнсө бәпестәре - улдары тыуған. Шулай итеп, Эльвира менән Юнирҙең ғаиләһе өс уллы булды. 

Бәләкәс дүрт күҙ араһында имен-һау үҫеп китһен, атай-әсәйенә - ҡыуаныс, ағайҙарына йыуаныс булып ҙурайһын. Һағынбаевтар ғаиләһенә именлек, һаулыҡ, мөхәббәтле, тиң-тигеҙ ғүмер теләйбеҙ! 

Фото: "Баймаҡ" яҡташтар ойошмаһы төркөмөнән. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас