Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Ноябрь 2025, 17:00

Асаева асыулана: "Күрә алмайым!"

Йырсы үҙенең телеграм-каналында ҡаты сара күреү менән янаған. Гөлназдың асыуын нимә ҡабартҡан һуң?

Асаева асыулана: "Күрә алмайым!"
Асаева асыулана: "Күрә алмайым!"

Бер нисә интернет-баҫма йырсы Гөлназ Асаеваның элек, кейәүҙә лә булмаған сағында биргән интервьюһын киренән баҫтырған. Хәҙерге көндә был хаталы фекер тыуҙыра, тип һанай артист. 

- Һүгенгем килә... Мин мең йыл элек биргән материалды соҡоп сығарып баҫтырған журналистарҙы күрә алмайым. Ахмаҡлыҡ был. Контекстан өҙөп алып, баштарына нимә килә, шуны баҫтыралар. Йәнем көйә... Әгәр ҙә шулай дауам итһәләр, уларҙы тейешле эҙемтәләр көтә, — тигән үҙенең үткәнендә соҡонған кешеләргә асыуы ҡабарған йырсы.

Фото: Г. Асаеваның видеоһынан скриншот.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас