Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Декабрь 2025, 21:20

Һынауҙарҙан торған яҙмыш

- Был хәлде бик ауыр кисерҙем. Коллективымдан айырылыу минең өсөн ҙур стресс булды. Әммә ғаиләбеҙҙе һынаған күңелһеҙлектәр бының менән генә бөтһә икән, уға ғына түҙеүе бик ауыр булмаҫ ине әле, - тип көрһөнә Сәриә ханым. Эйе, күп тә үтмәй уларҙың ҡыҙҙары Илүзә ауырып китә. Ғаилә бер туҡтауһыҙ дауахана тупһаларын тапай башлай. Диагноз аяҡтан йыға – Илүзәлә яман шеш табалар. Мәскәү дауаханаларының береһенә йүнәлтмә бирелгәс, Сәриә апай тиҙ генә йыйынып, ҡыҙы менән баш ҡалаға юл тота. Тормош иптәше Ирек уларҙы тимер юл вокзалына тиклем оҙатып ҡуя. Нәҡ шунда һөйөклө тормош иптәше менән һуңғы тапҡыр бер-береһен күрергә, һуңғы тапҡыр бер-береһенең күҙҙәренә ҡарарға тура килә... Мәскәүгә барып етеүҙең икенсе көнөнә Иректең телефонынан шылтыратыу яңғырай, тик трубкала сит кешенең тауышы ишетелә. - Алло, һеҙ Иректең кеме булаһығыҙ? - Мин уның ҡатыны, ә һеҙ кем? Ирек үҙе ҡайҙа? - Мин үтеп китеп бара инем, бер машинаның боролоштан сығып осоуын күрҙем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үлде... – ти таныш булмаған ир.    

Һынауҙарҙан торған яҙмыш
Һынауҙарҙан торған яҙмыш

Был донъяла көслө рухлы кешеләрҙең өлөшөнә һынауҙар күберәк төшә тиҙәр. Сөнки Аллаһы Тәғәлә белә - был уларҙы барыбер еңеп сығасаҡ. Сәриә апайға ҡарайым да уға һоҡланып ҡуям. Яҙмыш бер ҙә иркәләмәй уны, тик шулай ҙа йөҙөнән йылмайыу китмәй. Тик уларҙы еңеп сығыр өсөн ни ҡәҙәр сабырлыҡ, рухи көс кәрәк тә, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә, йөрәк әрнеүҙәренә түҙергә тура килә – уныһын үҙе генә белә ул... Район үҙәгендә тыуып үҫә Сәриә апай, урта мәктәпе тамамлағас, һөнәр ала, һәр ҡыҙ кеүек матур татыу ғаилә, яҡты киләсәк хаҡында хыяллана. Яҙмыш ауылдашы Ирек менән юлдарын бер итә, уның менән бер-береһен яратып өйләнешәләр, дәртләнеп донъя көтә башлайҙар. Тормоштарына йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Илүзә һәм улдары Илназ донъяға килә. Күркәм ғаилә тырышып донъя көтә, икеһе лә эшкә уңған, бер-береһенә булған мөхәббәттәре тағы ла ныҡышыбыраҡ, матурыраҡ итеп донъя көтөргә көс бирә. Тик бер осорҙа ғаиләнең тормошонда, әйтерһең дә, ҡара һыҙат башлана – бер-бер артлы күңелһеҙлектәр осрай, яҙмыш һынауҙарын ебәреп кенә тора. Көтмәгәндә Сәриә апай ауырып китә. Айлап дауаханаларҙа ятыуҙың, табиптарҙың тырышлығының файҙаһы булмай – ҡатынға инвалидлыҡ алып, яратҡан эшен ҡалдырырға тура килә.

- Был хәлде бик ауыр кисерҙем. Коллективымдан айырылыу минең өсөн ҙур стресс булды. Әммә ғаиләбеҙҙе һынаған күңелһеҙлектәр бының менән генә бөтһә икән, уға ғына түҙеүе бик ауыр булмаҫ ине әле, - тип көрһөнә Сәриә ханым. Эйе, күп тә үтмәй уларҙың ҡыҙҙары Илүзә ауырып китә. Ғаилә бер туҡтауһыҙ дауахана тупһаларын тапай башлай. Диагноз аяҡтан йыға – Илүзәлә яман шеш табалар. Мәскәү дауаханаларының береһенә йүнәлтмә бирелгәс, Сәриә апай тиҙ генә йыйынып, ҡыҙы менән баш ҡалаға юл тота. Тормош иптәше Ирек уларҙы тимер юл вокзалына тиклем оҙатып ҡуя. Нәҡ шунда һөйөклө тормош иптәше менән һуңғы тапҡыр бер-береһен күрергә, һуңғы тапҡыр бер-береһенең күҙҙәренә ҡарарға тура килә... Мәскәүгә барып етеүҙең икенсе көнөнә Иректең телефонынан шылтыратыу яңғырай, тик трубкала сит кешенең тауышы ишетелә.

- Алло, һеҙ Иректең кеме булаһығыҙ?

- Мин уның ҡатыны, ә һеҙ кем? Ирек үҙе ҡайҙа?

- Мин үтеп китеп бара инем, бер машинаның боролоштан сығып осоуын күрҙем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үлде... – ти таныш булмаған ир.

“Аҫтымдағы ер убылғандай, ә әйләнә-тирәләге бар тормош туҡталғандай тойолдо”, - тип иҫкә ала ул ҡурҡыныс миҙгелдәрҙе Сәриә апай. Ирек ул көндө  быҙауҙар һатып алырға белешер өсөн күрше ауылға барған була икән. Юғары тиҙлектә килеп, боролоштарҙың береһендә автомбилгә идара итә алмай. Һуңынан Сәриә апайҙың күршеһе Әлфиә һөйләүенсә, авария булған көндө иртән эшкә барырға сыҡҡанда ул Иректе осратҡан була. “Әлфиә апай, әйҙә алып барып ҡуям, юл ыңғайы бит”, тигәс машинаға ултыра. - Кәйефе юҡ ине. Ҡыҙым дауаханала бит, нисек кенә түҙергә инде? Их, Әлфиә апай, Илүзә һауығып китһә, йәнемде бирергә лә әҙер булыр инем, тип һөйләп барҙы, - тип иҫкә ала күрше ҡатын. Күрәһең, Иректең был һүҙҙәре Аллаһы Тәғәләнең “Амин” тигән сағына тура килә. Ҡурҡыныс хәбәрҙе ишеткәндән һуң Сәриә икенсе көнгә самолет менән Ҡырмыҫҡалыға оса, ирен ерләй һәм шул уҡ көндө кире ҡыҙы янына Мәскәүгә юллана. Ике айҙан артыҡ дауаханала ята улар. Был ауыр осорҙа үҙен өн менән төш араһында кеүек хис итә ҡатын. Ә был мәлдә 9 йәшлек кенә улдары Илназға нисек ҡыйынға тура килгәндер, күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Атаһы мәрхүм була, әсәһе менән апаһы алыҫта... Ул атаһына ныҡ бәйле була, элек гел генә бергәләп балыҡҡа йөрөйҙәр, тәбиғәт ҡосағына сығалар, мал аҙығын әҙерләйҙәр. Аллаға шөкөр, Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән ҡыҙҙары Илүзә сирҙе еңеп сыға, әллә дауаханаларға ваҡытында йөрөүҙең ярҙамы тейә, әллә уның оптимистик рухлы булыуы үҙенекен итә. Онкологик сирҙәр ваҡытында алға китеш булһын өсөн ана шул рух күтәренкелеген юғалтмау, күңел торошо бик мөһим тигән фекер дөрөҫ, күрәһең. Көслө рухлы ҡыҙ тағы ла тырышыбыраҡ уҡый, үҙ көсө менән Өфө дәүләт нефть-техник университетының бюджет бүлегенә уҡырға инә. Әлеге мәлдә яҡындарын ҡыуандырып уҡып йөрөй. Ғаилә башлығы был донъянан киткәнгә 7 йыл ғүмер уҙа инде. Яҡын кешеңде юғалтыу ҡайғыһы йөрәктә ғүмерлеккә һаҡлана, шулай ҙа әкренләп яңыса йәшәргә өйрәнәһең, тормош һәүетемсә генә дауам итә. Тик тағы ла бер һынау көтөп торған икән. Ҡатындың ҡәйнәһе менән аңлашылмаусанлыҡтар башлана. Сәриә Ирек менән ғаилә ҡорғанда ҡәйнәһе менән ҡайныһы өй һала башлаған була. Был йорттоң башы ғына ябылған була. Йәш ғаилә йортто төҙөп бөтә, иҙән түшәп, түбә таҡталарын ҡуйып, тәҙрәләр уйып, кирбестән төкәтмә төҙәтә, газ үткәрә, һуңыраҡ йәйге аласыҡ, гараж төҙөлә. Ирек быларҙың барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләй, шуға һәр мөйөш уны хәтергә төшөрә. Тик, ҡыҙғаныс, ошо йортта йәшәргә, ейәндәрен ҡарашып, ғүмер итергә насип түгел Сәриә апайға. Йорт ҡәйнәһе исемендә була, ә ул бар донъяны 2013 йылда уҡ үҙенең ҡыҙына яҙҙыртҡан икән. Сәриә ханым судҡа ла мөрәжәғәт итә, тик дөрөҫлөккә бер нисек тә ирешеп булмай. Суд Сәриә апайҙың балалары балиғ булғансы ғына был өйҙә йәшәп торорға рөхсәт биреүсе ҡарар сығара. Ә һуңынан ҡайҙа барырға? Урамда ҡалырғамы? Инвалидлыҡ буйынса ғына алған пенсияһына Сәриә апай нисек итеп үҙенә торлаҡ алһын? Һорауҙар күп, яуабы ғына юҡ. Сәриә апай төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыша, борсолоуҙарҙан арыныр өсөн, эш менән мәшғүл, заказ буйынса бауырһаҡтар, ҡоймаҡтар, бәлештәр, торттар бешереп, туҡмас киҫеп һата. Оҫта ҡуллы хужабикәгә заказ биреүселәр булып тора. Минең теләгем шул – яҙмыш ғәли йәнәптәре: “Етте, һынауҙарҙы һиңә етерлек бирҙем. Хәҙер инде һине шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына туҡылған көндәр көтә, рәхәтләнеп, тормошҡа ҡыуанып, проблемаларҙың нимә икнәне белмәй йәшә. Һин быға лайыҡ” – тиһен ине лә, Сәриә апайҙың тормошона боролош биреп, бәхет диңгеҙенә йүнәлтһен ине...

Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас