Үҙәктең директоры Рауил Хәкимов бик ихлас ҡаршы алды. Яҙыусылар менән осрашыуға мәктәптәрҙән башҡортса белгән балаларҙы йыйып алып килһәләр ҙә, залдан русса һөйләүебеҙҙе үтенделәр. Беҙ, сығыш яһап өйрәнгән яҙыусылар, аптырап торманыҡ, ике телдә лә аралаштырып һөйләнек.
Беҙ тигәнем, Тамара Искәндәриә менән инек. Салауаттан урындағы ике яҙыусы – Валентин Осадчий һәм Розана Дауытова ҡушылды. Балалар бик зирәк, шиғырҙың һуңғы рифмаһын әйтмәй туҡтап ҡалһаң, урындан ҡысҡырып әйтеп ултырыуҙары һөйөндөрҙө. Бына тот та уларҙан бөгөндән шиғыр яҙҙыра башла!
Салауат телевидениеһы аша матбуғатҡа, "Башҡортостан" гәзитенә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға саҡырҙым. Гәзитте бигерәк тә 95 йәшен тултырған әсәйебеҙ көтөп ала, тине Резеда апай Килсенбаева. Яҙылабыҙ, борсолмағыҙ, тип оҙатып ҡалды беҙҙе салауаттар.
Ышанабыҙ, БР Милли әҙәбиәт музейына, беҙҙең менән сәфәрҙә булған Рәсим Солтангәрәевкә һәм Луиза Хажиеваға, беҙҙе ихлас ҡабул иткән ҡаланың мәғарифына яуаплы Фирҙәүес Хисмәтуллинаға, Марина Вишеваға ошондай осрашыуҙар ойошторғандары өсөн рәхмәт!
Автор фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!