Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Декабрь 2025, 18:00

"Бөйрәкәй"ҙең хужабикәһе килде

- Йәшәү дәүеремдә үҙемдән дә көслөрәк һәм юғарыраҡ булырға тырыштым. Әгәр шулай булмаһам, яҙа алмаҫ инем, – тип яҙыусы ижад серҙәре менән ихлас уртаҡлашты.

"Бөйрәкәй"ҙең хужабикәһе килде
"Бөйрәкәй"ҙең хужабикәһе килде

Ҡыш үҙенең хоҡуҡтарына ныҡлап аяҡ баҫып өлгөрмәгән көндәрҙең береһендә Өфө районының Жуков ауылы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында полилингваль, билингваль һәм башҡорт төркөмө тәрбиәселәренең район методик ойошмаһы ултырышы үтте. Ултырышта тәрбиәселәр үҙ эш тәжрибәһе менән генә уртаҡлашып ҡалманы, ә Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова менән бик йылы осрашыу булды. Көтөп алынған байрам ҡунағын барыһы ла яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алды.

Халыҡ күңелендәге бар ынйы-гәүһәрҙәрҙе түкмәй-сәсмәй йыйып алып, беҙгә, киләһе быуындарға тапшырған милләт әсәһе үҙенең тормошо, ижады тураһында һөйләне. Таңсулпан Ғарипова тәрбиәселәрҙе яҡынлашып килгән Башҡорт теле көнө менән ҡотлап үтте. Баланың этник үҙенсәлеген формалаштырыуҙа туған телдең айырым ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Мәҙәниәткә, Тыуған илгә һөйөү, ата-әсәгә,телгә хөрмәт нигеҙҙәре тап бала саҡта һалына, тип билдәләне. Ул тәрбиәселәр менән туған тел әһәмиәтен үҫтереү, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау тураһында үҙенең баһаһыҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын һәм район тәрбиәселәрен “Сысҡансуҡ менән Сысҡансыҡ мажаралары” исемле әкиәте буйынса беҙҙең балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре төшөргән йәнһүрәт менән таныштырҙыҡ. Был йәнһүрәт республика кимәлендә ойошторолған конкурста Гран-при яуланы.

- Йәшәү дәүеремдә үҙемдән дә көслөрәк һәм юғарыраҡ булырға тырыштым. Әгәр шулай булмаһам, яҙа алмаҫ инем, – тип яҙыусы ижад серҙәре менән ихлас уртаҡлашты, тәрбиәселәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирҙе, шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе.

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, ижад ҡомарының мәңге һүнмәүен, киләсәктә лә китап һөйөүселәрҙе ҡыуандырып яңынан-яңы шәп әҫәрҙәр менән ҡыуандырыуын теләп ҡалабыҙ! Матур осрашыу коллектив фото төшөү менән тамамланды.

Автор - "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Тәнзилә Марсель ҡыҙы Вәлиуллина.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

"Бөйрәкәй"ҙең хужабикәһе килде
"Бөйрәкәй"ҙең хужабикәһе килде
"Бөйрәкәй"ҙең хужабикәһе килде
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас