Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Декабрь 2025, 15:00

Ҡазанда башҡорт шағирәһенең китабы сыҡты

Ғабдулла Туҡай клубында әҙәбиәт һөйөүселәрҙе Тамара Искәндәриәнең "Иң оҙон төндөң иртәһе" тип аталған йыйынтығы менән таныштырған күркәм осрашыу булды.

Ҡазанда башҡорт шағирәһенең китабы сыҡты
Ҡазанда башҡорт шағирәһенең китабы сыҡты

Ҡазан ҡалаһының "Яҙыусы" нәшриәтендә күренекле башҡорт шағирәһе Тамара Искәндәриәнең "Иң оҙон төндөң иртәһе" тип аталған китабы баҫылып сыҡты. Ә күптән түгел Ғабдулла Туҡай клубында әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңы баҫма менән таныштырған күркәм осрашыу ойошторолдо.

Ижад кисәһен Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе Ркаил Зәйдулла алып барҙы. Татарстандың халыҡ шағирҙары Рәдиф Ғаташ, Рауил Фәйзуллин, Ғәзинур Морат күренекле башҡорт шағирәһенең ижады хаҡында бик йылы һүҙҙәр әйтте. Сарала шулай уҡ Рафис Ҡорбан, Илсөйәр Ихсанова, Хисмәтулла Юлдашев, Фирҙәүес Бәширова, Гөлнур Ҡорбанова ҡатнашты.

Илһамлы шиғриәт усағын Татарстан башҡорттары ҡоролтайынан Тимер Йосопов, "Сыңрау торна" ансамбле ағзаһы Әлфиә Ғилфанова башҡорт моңдарына күмде. Ҡазан федераль университеты студенты, "Урал батыр" эпосын һөйләү буйынса Башҡортостан йәш сәсәндәр конкурсы еңеүсеһе Ғәлиә Шәрипова башҡорт телендә Тамара Искәндәриәнең шиғырҙарын уҡыны. Шағирәнең туған тел, иман, ил-көн яҙмышы хаҡындағы шиғырҙарын Ҡазан тамашасылары бик йылы ҡабул итте.

Осрашыу барышында Тамара Искәндәриә менән Хисмәтулла Юлдашев Татарстан яҙыусылар союзының "Әҙәбиәттәге хеҙмәттәшлек өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.

Тамара Ишбулды ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ һәм ике туғандаш халыҡтың әҙәби дуҫлығы ла шулай арта, нығына барһын, тип теләйбеҙ!

Һүрәттә (икенсе фото, һулдан уңға): Хисмәтулла Юлдашев, Ркаил Зәйдулла, Тамара Искәндәриә, Рәдиф Ғаташ, Рауил Фәйзуллин. 

Фотолар: шағирәнең шәхси архивынан.

Ҡазанда башҡорт шағирәһенең китабы сыҡты
Ҡазанда башҡорт шағирәһенең китабы сыҡты
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас