Республиканың Милли архивында бүлек етәксеһе, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ниязбай Сәлимов балалар өсөн ижад иткән “Бәхетстан” китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Республика йортонда үткән бүләкләү сараһында Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары менән бергә Һ. Дәүләтшина премияһына лайыҡ булған замандашыбыҙ ҙа тәбрикләнде.
Ниязбай Сәлимовтың китабы балаларҙың ғәжәп серле донъяһын сағылдыра, шул уҡ ваҡытта ул үҫеп килгән быуын вәкилдәрен Бәхетстан-Башҡортостанға, туған телгә, Тыуған илгә, тирә-яҡ донъяға һөйөү рухында тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Йыйынтыҡ өс бүлектән тора: "Мин – башҡорт малайы”, “Әкиәттәр”, “Йөҙ йомаҡлы серле йомғаҡтар".
Ниязбай Булатбай улын юғары награда менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижад ҡомары һүрелмәүен теләйбеҙ!
Фото: narb-gku.bashkortostan.ru/....
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!