Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Февраль , 23:50

Фидан Ғафаров иҫтәлегенә конкурс иғлан ителә

Быйыл апрелдә яратҡан йырсыбыҙҙың, актерыбыҙҙың беҙҙең аранан китеүенә бер йыл була. Тамашасылар уны онотмай, һағына...

Фидан Ғафаров иҫтәлегенә конкурс иғлан ителә
Фидан Ғафаров иҫтәлегенә конкурс иғлан ителә

Быйыл Фидан Ғафаров иҫтәлегенә "Ҡышҡы романс" конкурсы үтәсәк. Ул ноябрҙә уҙа. Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров ошо хаҡта хәбәр итә. 

- "Актер йыры" конкурсын "Ҡышҡы романс" тип атарға һәм Фидан Ғафаровтың ижадына бағышларға булдыҡ, — ти ул.

"Ҡышҡы романс" — Фидан Ғафаров башҡарыуындағы иң билдәле йырҙарҙың береһе. Ул шағир Назар Нәжми һүҙҙәренә, композитор Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған. Ә конкурс 1992 йылдан уҙа.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/fidan_samira.gafarovy

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас