Бөтә яңылыҡтар

“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” һеҙҙе көтә

Башҡортостандың театр сәнғәтендәге мөһим ваҡиға 20–27 мартта була.

“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” һеҙҙе көтә
“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” һеҙҙе көтә

Баш ҡалабыҙ Өфөлә сираттағы “Театр яҙы” республика фестивале ойошторола. Башҡортостандың театр сәнғәтендәге мөһим ваҡиға 20–27 мартта була. Форум республикабыҙҙың театр коллективтарын, сәхнә оҫталарын һәм тамашасыларҙы берләштерә. Уның ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, М. Ғафури исемендәге БДАДТ һәм БР Театр эшмәкәрҙәре союзы.

Фестиваль 20 мартта республикабыҙҙың төп театры сәхнәһендә асыла. Сараны асыу тантанаһынан һуң, М. Ғафури исемендәге БДАДТ “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектаклен тәҡдим итә. Көндөҙ иһә йәш тамашасылар Башҡортостан дәүләт ҡурсаҡ театрының бөйөк А.С. Пушкин поэмаһы буйынса ҡуйған “Руслан менән Людмила” спектаклен ҡарай ала.

Өфө сәхнәләрендә артабан “Нур” дәүләт татар театры, Стәрлетамаҡтың И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры, БР М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры, “Сулпан” балалар театры, Өфөнөң Йәш тамашасы театры, Стәрлетамаҡ рус драма театры, Салауат башҡорт драма театры, БР Рус дәүләт академия драма театры, Туймазы драма театры сығыш яһай.

Фестиваль барышында профессиональ лабораториялар үткәреү, оҫталыҡ һабаҡтары биреү ҡаралған, улар М. Ғафури исемендәге БДАДТ һәм Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда була.

“Театр бөгөн һәм иртәгә” тигән темаға түңәрәк өҫтәл дә фестивалдең мөһим сараһы булыр, тип күҙаллана.

Театр байрамы 27 март – Халыҡ-ара театр көнөндә тамамлана.

Фотолар: БДАДТ, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, Ҡурсаҡ театры.

“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” һеҙҙе көтә
“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” һеҙҙе көтә
“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” һеҙҙе көтә
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас