Бөтә яңылыҡтар

“Әй Йола”ны тағы бер еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Башҡортса ижад иткән коллектив Рәсәй музыка сәнғәтендәге иң абруйлы премияларҙың береһе – “Виктория”ла еңеү яуланы.

“Әй Йола”ны тағы бер еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
“Әй Йола”ны тағы бер еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Был премия 2015 йылда Ватан музыкаһына булышлыҡ итеү фонды тарафынан булдырылды. Ул йыл һайын үткәрелә һәм йыр сәнғәте даирәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән ижадсылар бүләкләнә.

Үҙ туған телдәрендә ижад иткән музыканттарҙың бығаса ундай ҙур конкурста еңеү яулағаны булмаған. Беҙҙең “Әй Йола” был тарафтан да беренсе булып сыҡты! Матур хәбәрҙе төркөм үҙ рәсми сәхифәһендә хәбәр итте.

“Виктория” премияһына дәғүә итеүселәрҙе Музыка академияһы вәкилдәре – билдәле композиторҙар, продюсерҙар, музыканттар һәм ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән башҡа белгестәр баһалай. Еңеүселәр йәшерен тауыш биреү арҡылы асыҡлана.

“Залда Рәсәй эстрадаһының бөтә йондоҙҙары тиерлек булды. Шундай мэтрҙар менән бер сәхнәлә тороу – ҙур мәртәбә”, – ти “Әй Йола”лар.

Яҡташ, милләттәштәребеҙҙе тағы бер ҙур еңеүҙәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Фото: vk.com/ayyola.music 

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас