

Һуғыш шарттарында йәшәүҙең, көн күреүҙең ыҙаһын ул яҡшы белә, сөнки тыуған Луганск ҡалаһын утҡа тотоуҙарына ла инде нисә йыл. Шартлау аҫтында сәхнәгә лә сығырға тура килә бит уға, күҙ алдына килтереүе ауыр. Хистәр донъяһында йәшәгән, тәү ҡарашҡа һуғышҡа бөтөнләй төҫ булмаған һөнәр эйәһенең донъяға ла, тирә-йүнендәгеләргә лә ҡарашын үҙгәрткән ысынбарлыҡ ул – яу яланы. Артем хәҙер тормошта ысын бәхеттең нимә икәнен яҡшы аңлай – иҫән ҡалып, яратҡандары менән бергә булыу, улының үҫеп буй еткәнен күреү.
“Башта бөтәһе лә, “үтер, яйланыр, үҙенән-үҙе хәл ителер” тип йәшәне, ниҙер көттө, әммә хәл көндән-көн хөртәйҙе...” – ти герой. Һәм бына инде ирмен тигән ирҙәргә тыуған төйәген, ғаиләһен яҡлар өсөн бер генә юл ҡала – һаҡҡа баҫыу, ҡулға ҡорал алып, дошманға ҡаршы тороу. Артем үҙе тап ошо юлды һайлай.
Ул бер үҙе түгел. Өйөндә уны көн-төн изге теләк теләп, Күктәрҙән ялбарған яратҡаны, ғәзиз балаһы көтә, ә яу яланында иңен-иңгә ҡуйып алышыр, утҡа эләгеп, яраланып йығылғанында уның ғүмерен һаҡларға тырышып артмаҡлаған яуҙаш дуҫтары бар. Һәм улар – оло Рәсәйҙең төрлө тарафынан. Башҡорт тигән батыр халыҡтың бер улы, шундай мәлдә үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, уны ҡотҡарыр ҙа...
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры әҙерләгән яңы спектакль махсус хәрби операция тураһында икеле-микеле уйҙар йөрөткән ватандаштарға яуап бирерлек. “Кеше булып ҡалырға” тип аталған яңы сәхнә әҫәрен премьеранан алда коллектив матбуғат баҫмалары вәкилдәренә күрһәтте.
Әҫәрҙең төп геройы Артемдың кисергәндәре – Луганск театрҙарының береһендә эшләгән актерҙың ысынбарлыҡта башынан үткәндәр. Спектакль Елена Коллегова пьесаһы буйынса ҡуйылған. Художество етәксеһе – Айрат Абушахманов, режиссеры һәм башҡорт теленә тәржемәсеһе – Хөрмәтулла Үтәшев, ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Рәмис Хәкимов, видеограф – Руслан Юлтаев. Спектакль ике телдә – башҡортса һәм русса уйнала, ике ижади төркөм ҡатнаша.
Премьера алдынан тәүгә ҡарағаны рус телендә барҙы. Артем Егоровты һәр саҡ таланты менән һоҡландырған Азат Вәлитов, кәләше Алинаны “Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем”дә Фәрхинуры менән таң ҡалдырған Илгизә Ғилманова, режиссер Рафаэль Илдаровичты тағы бер оҫта Артур Ҡунаҡбаев башҡарҙы. Продюсер ролендә уйнаған Ирек Булатов та, режиссерҙың улы Вадим ролендәге Айнур Ситдиҡов та, режиссер ассистенты Гуляны һынландырған Зилиә Ситдиҡова ла спектаклдең йөкмәткеһен асыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Сәхнәләге хәлдәр ижад өлгөһө түгел, әйтерһең дә, геройҙар – эргәләге кешеләр, уларҙың ысынбарлыҡтағы уйҙарын ишетәбеҙ, улар менән бергә тоябыҙ, икеләнәбеҙ, ғәжәпләнәбеҙ, һоҡланабыҙ һәм, эйе, ҡурҡабыҙ ҙа... Бер нимә лә булмағандай йәшәүҙе дауам итеү дөрөҫ түгел, илебеҙгә килгән һынау тормошобоҙҙо ғәйәт үҙгәртте, кемдең кем икәнен танытты, тип инанабыҙ.
Йәмғиәттең махсус хәрби операция асҡан йөҙөн, хаҡ менән нахаҡты, заман һынауын карьера үҫешенә тип борорға тырышҡанлыҡты нисек бар, шулай күҙ алдына баҫтыра әҫәр. Ә ундағы төп һорауҙарҙы ошолай тип аңларға була: Ватаныңды ысынлап та һөйәһеңме һин? Уның именлеге, тимәк, яҡындарың хәүефһеҙлеге хаҡына нимә эшләргә һәләтлеһең? Батырмы һин, әллә ҡурҡыныс килгәндә бар донъяңды ташлап сығып ҡасырға әҙер торған бер бахырмы?.. Кеше булып ҡала алаһыңмы?..
Ошо һорауҙарға яуап эҙләйһегеҙ, янығыҙҙа үҫеп килгән балаларға ғәҙел тәрбиә, ҡаһарманлыҡ өлгөһө бирергә ынтылаһығыҙ икән, тимәк, был спектаклде ғаилә менән килеп ҡарарға кәрәк. Уның премьераһы 9 апрелдә була.
Илһөйәр ҒӘЗЕТДИНОВА, актриса, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы:
– Илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн еңел булмаған ваҡытта шул темаға мөрәжәғәт итеп, аңһыҙ йөрөгән ватандаштарыбыҙға аңлатырлыҡ итеп эшләнгән иҫ китмәле әҫәр! Ижади командаға – коллегаларыма, спектаклдең режиссеры Хөрмәт Ғаззали улына афариндан башҡа һүҙ юҡ.
Спектаклде тыныс ҡына ултырып ҡарап булмай, ул күңелде аҡтарып сығара. Бөйөк Ватан һуғышы менән оҡшашлыҡ тойолоп, уны үткән быуындарыбыҙ, уларҙың хистәре, кисерештәре тағы ла нығыраҡ аңлашыла, йөрәккә үтеп инә, шуға ла күҙ йәштәремде тыя алманым. Спектаклде килеп ҡараған кеше бөтөнләй үҙгәреп ҡайтып китер, тип уйлайым. Уны ҡараның да оноттоң түгел, ул уйға һалыр, һығымталар яһатыр әҫәр. Тамашасылар спектаклгә йөрөр, үҙенең ҡарашын белдерер, тип уйлағы килә.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Руслан Юлтаев фотолары.