

Сит илдәрҙә яҡташыбыҙ Юрий Шатуновтың ижадына ҡыҙыҡһыныу арта. Уның инглизсә башҡарылған "И снова седая ночь" йыры донъяны яулай. Интернетта таралған клипта Америка рэперы Канье Уэст уны Лос-Анджелес ҡалаһындағы стадионда барлыҡ тамашасылар менән бергә башҡара.
Ә хәл былай була: Рәсәйҙән Август Септемберов тигән аноним автор яһалма интеллект ярҙамында беҙҙең билдәле йырҙарҙы - "Прекрасное далеко", "Песенка мамонтенка", "Позови меня с собой", "Городок", "Миллион алых роз", "Я не колдунья", "Владимирский централ", "Я это ты" һ.б. - сит ил популяр артистары башҡарыуында инглизсә ижад итә. Юра Шатуновтың йырын "Silver Night" ("Көмөш төн") исеме аҫтында Канье Уэстан "башҡарттыра".
Хәҙер фанаттар, ошо йырҙы ысынлап башҡарыуын һорап, көнө-төнө Уэстың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙа. Популяр йырсы нимә тип яуап бирер?..
Ә йыр ысынлап яңы һулыш алғандай. Иң мөһиме - Шатуновтың йырҙары йәшәй.
БЕЛЕШМӘ: Юрий Шатунов 1973 йылдың 6 сентябрендә Күмертау ҡалаһында тыуа. 2022 йылдың 23 июнендә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Йырсыға 48 йәш ине.
Видеояҙманы "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/wall-104965500_368206
Фото: "Шедеврум" яһалма интеллекты ярҙамында эшләнде.
Видео сығанағы: https://vk.ru/club235727659