

26 апрелдә Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерий Гергиев етәкселегендәге Мария театры һәм Ҙур театрҙың берләштерелгән симфония оркестры XXV Мәскәү Пасха фестивале саралары барышында Өфөлә сығыш яһаны. Концертты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡараны.
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә классик репертуарҙан, шул иҫәптән Николай Римский-Корсаков һәм Сергей Прокофьев әҫәрҙәре, яңғыраны.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров бындай мәҙәни сараларҙың республика өсөн әһәмиәтен билдәләне.
– Фестивалде Өфөлә үткәреү яҡшы йолаға әүерелде, быйыл беҙ уны инде өсөнсө тапҡыр ҡабул итәбеҙ. Был юғары сәнғәтте яратҡан һәм ҡәҙерләгән халҡыбыҙ өсөн бик мөһим, ҙур ваҡиға, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы илдең алдынғы театрҙары менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү буйынса килешеүҙәр хаҡында ла һөйләне.
– Валерий Абисалович менән йылы мөнәсәбәттәбеҙ. Ысынлап та бөйөк дирижёр. Мин уға Башҡортостанға ҡарата иғтибары, пландарыбыҙға һәм башланғыстарыбыҙға булышлыҡ иткәне өсөн ихлас рәхмәт әйтәм. Бер нисә йыл рәттән уның ярҙамы менән Башҡортостан Опера һәм балет театры артистары Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә сығыш яһай. Әле беҙ быйыл да республикаға ошондай мөмкинлек биреү тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙҙең Рәсәй тамашасыһына күрһәтер сәнғәтебеҙ бар. Өфөлә ҙур артистарҙы сәләмләүебеҙгә һәр саҡ шатбыҙ. Уңышлы хеҙмәттәшлек мотлаҡ дауам итер, тип ышанам.
Белешмә. Мәскәү Пасха фестивале 2002 йылдан алып Валерий Гергиев инициативаһы буйынса үткәрелә. 2003 йылда сара Рәсәй Президенты Владимир Путин ярҙамында Бөтә Рәсәй проекты статусын алды. Ошо йылдар дауамында фестиваль илдең мәҙәни тормошонда иң ҙур һәм көтөлгән ваҡиғаларҙың береһенә әүерелде. Сара барышында тиҫтәләгән ҡалаларҙа концерттарға меңәрләгән тамашасы йыйыла.
Мәғлүмәт, фото БР Башлығы сайтынан: glavarb.ru/ba/news/... алынды.