Йәш таланттарға оҫталар һабаҡ бирә

“БДФ шаңдауы” – ул спектакль, кино, йәнһүрәттәр, яҙыусылар менән осрашыуҙар ғына түгел, ә юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә белгестәрҙең балаларға һәм үҫмерҙәргә тәжрибәһен уртаҡлашыуы ла.

Йәш таланттарға оҫталар һабаҡ бирәЙәш таланттарға оҫталар һабаҡ бирә
Йәш таланттарға оҫталар һабаҡ бирә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә 28–31 майҙа Ҙур балалар фестиваленең (артабан – БДФ) “БДФ шаңдауы. Башҡортостан Республикаһы” тип аталған махсус программаһы ойошторола. Фестиваль саралары барған көндәрҙә илдең алдынғы педагогтары йәш артистарға оҫталыҡ дәрестәре лә бирә. Фестивалдең матбуғат хеҙмәте ошо турала анығыраҡ мәғлүмәт бирҙе.

“БДФ шаңдауы” – ул спектакль, кино, йәнһүрәттәр, яҙыусылар менән осрашыуҙар ғына түгел, ә юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә белгестәрҙең балаларға һәм үҫмерҙәргә тәжрибәһен уртаҡлашыуы ла. Фестиваль барышында “БДФ Оҫтаханалар” тигән белем биреү программаһы ойошторола. Форумда Башҡортостандан ҡатнашҡан 200-ҙән артыҡ бала – балалар театр студиялары, мәктәптәр һәм ижад һарайҙарында шөғөлләнеүселәр Рәсәйҙең абруйлы педагогтары үткәргән дәрестәрҙә ҡатнаша ала.

– Балалар менән дә, театр һәм кинола ижад иткән профессионалдар менән дә шөғөлләнгән оҫталар сәхнәнең бар серҙәрен белә һәм уларҙы йәш быуынға өйрәтә ала. Дүрт көнлөк интенсив программала сәхнә хәрәкәттәре һәм бейеүгә, ҡурсаҡ менән эшләүгә, драма театрында йыр башҡарыуға, сәхнә телмәре һәм дикцияға өйрәнергә мөмкин. Бынан тыш, психологик ым-ишара, темп ритмы буйынса тренингтар ҙа ҡаралған, – тип хәбәр итә ойоштороусылар.

Оҫталыҡ һабҡтары үткәреүгә ике майҙансыҡ бүленгән. Тәүгеһе – Р. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжы, унда көн һайын иртәнгн сәғәт 10-дан төшкө 3-сө яртыға тиклем шөғөлләнергә була.

Режиссер, хореограф, ҡуйыусы балетмейстер, ВГИК һәм ГИТИС уҡытыусыһы Анна Гилунова йәш артистарҙы бейеү нескәлектәренә өйрәтә; композитор, аранжировкалаусы, музыкант, ҡуйыусы хормейстер, саунд-продюсер Евгений Астафуров вокал серҙәрен барлай; режиссер Алла Решетникова актерлыҡ оҫталығы менән уртаҡлаша; ҡуйыусы режиссер Аделина Сапаева ҡурсаҡ һәм предметтар менән эшләргә өйрәтә.

Икенсе майҙансыҡ – Өфө балалар филармонияһында. Бында ла дәрестәр көн һайын сәғәт иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 3-сө яртыға тиклем үтә. Программала ҡуйыусы режиссер, художество етәксеһе Дмитрий Платоновтан, музыкаль продюсер, композитор, тауыш режиссеры Юрий Смирновтан, актриса, сәхнә телмәре буйынса педагог Елена Стефанконан, актер, ҡуйыусы режиссер, сәхнә хәрәкәте, бейеү һәм степ буйынса педагог Владимир Беляйкиндан оҫтаыҡ һабаҡтары алырға була.

Бындай дәрестәрҙә ҡатнашыу алдынғы сәхнә оҫталарынан ижад серҙәре тураһында күберәк белеп ҡалыу, тәжрибәләрен өйрәнеү форсаты биреүе менән уникаль. Шуға ла 12–16 йәшлек йәш артистар Ҙур балалар фестивале барған көндәрҙә ойошторолған ижади оҫтаханаларҙан ситтә ҡалмауы яҡшы. Урындар һаны сикле, шуға ла интенсивта ҡатнашыуға алдан теркәлеү үтергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/6a0aecab90fa7b7c6ee641db

Тағы ла шуныһын ҡабатлау мөһим: башҡортостандағы махсус фестиваль программаһы Мәҙәни башланғыстар буйынса президент фонды, РФ Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында үткәрелә.

Мәғлүмәт, фото: БДФ-тың матбуғат хеҙмәте.

#ЭХОБДФ

#нацпроектСемья

#Фондкультурныхинициатив

#Грантдлякреативныхкоманд

Йәш таланттарға оҫталар һабаҡ бирә
Йәш таланттарға оҫталар һабаҡ бирә
Йәш таланттарға оҫталар һабаҡ бирә
Йәш таланттарға оҫталар һабаҡ бирә
Йәш таланттарға оҫталар һабаҡ бирә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас