Автомобиль сәнәғәтенең буласаҡ оҫталары ла китап уҡырға ярата

Китап байрамын күрергә килеүселәр араһында йәш быуындың күп булыуы ҡыуандыра.

Автомобиль сәнәғәтенең буласаҡ оҫталары ла китап уҡырға яратаАвтомобиль сәнәғәтенең буласаҡ оҫталары ла китап уҡырға ярата
Автомобиль сәнәғәтенең буласаҡ оҫталары ла китап уҡырға ярата

Дүртенсе Китап байрамында йәштәрҙе күреү айырыуса шатлыҡлы. Шундай төркөмдәрҙең береһен күреп, ҡайҙан килеүҙәре менән ҡыҙыҡһынам. Өфө автотранспорт колледжының икенсе курс студенттары булып сыҡты егеттәр. Улар бында колледж уҡытыусыһы, бүлек мөдире Владимир Федоров етәкселегендә килгән.

– Өфөлә халыҡ-ара кимәлдә үткән ҙур, әһәмиәтле саранан ситтә ҡалмайбыҙ, йыл да киләбеҙ, – ти Владимир Иванович. – Бик мауыҡтырғыс, белемде киңәйтергә ярҙам иткән майҙансыҡтар күп, шуныһы оҡшай.

Техник уҡыу йортонда белем алһалар ҙа, был йәштәргә китап, нәфис әҙәбиәт ят түгел. Улар фестивалгә йыл да килеүҙәрен, уны ныҡ оҡшатыуҙарын әйтте. Һәр төрлө майҙансыҡтарҙы ҡарарға, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға уйҙары.

Халҡыбыҙҙың үлемһеҙ “Урал батыр” эпосына арналған мөйөштө, Һомай образын күргәс, уның янында иҫтәлеккә фотоға төштө егеттәр. “Эпос тураһында беләбеҙ, Һомайҙы ла хәҙер белмәгән кеше юҡтыр”, – ти улар.

Бына шулай, автомобиль сәнәғәте өлкәһендә эшләргә әҙерлек үткән йәштәр ҙә үҙҙәренең һөнәренә бәйле әҙәбиәтте генә уҡып ҡалмай, нәфис китап донъяһы, уға бәйле төшөнсәләр ҙә уларға ят түгел. Был ҡыуандыра, әлбиттә.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Александр Королев (төп фотоһүрәт) һәм автор фотолары.

Автомобиль сәнәғәтенең буласаҡ оҫталары ла китап уҡырға ярата
Автомобиль сәнәғәтенең буласаҡ оҫталары ла китап уҡырға ярата
Автомобиль сәнәғәтенең буласаҡ оҫталары ла китап уҡырға ярата
Автомобиль сәнәғәтенең буласаҡ оҫталары ла китап уҡырға ярата
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас