Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
20 Март 2023, 10:30

“Балағыҙ аварияға эләккән”

Шулай тип шылтыраталар бер көн 82 йәшлек инәйгә телефон аша...

“Балағыҙ аварияға эләккән”
“Балағыҙ аварияға эләккән”

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре “Һеҙҙең туғанығыҙ аварияға эләккән” тип кешеләрҙе алдаған енәйәтселәр төркөмөн ҡулға алған. Ишембай ҡалаһының 20 йәшлек ике кешеһе "еңел аҡса" эҙләп, законды боҙа. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар алдаҡ юл менән пенсионерҙарҙан бөтәһе ярты миллион һумдан ашыу аҡса алған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районындағы бүлегенә  "Балағыҙ аварияға эләкте" схемаһы буйынса ҡылынған мутлашыуҙар тураһында хәбәрҙәр килә башлаған. Ғариза биреүселәрҙең күпселеге оло йәштәге ҡала ҡатындары булған. 82 йәшлек ике пенсионер, балаларына енәйәт яуаплылығынан араларға ярҙам итәм тип уйлап, курьерҙарға 150 һәм 400 мең һум тапшырған. Зыян күреүселәр тәртип боҙоусыларҙы һүрәтләп бирә алған. Уның буйынса енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре мутлашыусыларҙы тотҡан. Улар Ишембай ҡалаһынан 20 йәшлек ике егет булып сыға, береһе ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе һаҡлаған өсөн элек хөкөм ителгән.

Ҡулға алынған егеттәр ғәйебен таныған. Полиция хеҙмәткәрҙәре урлаған аҡсаның бер өлөшөн уларҙан алған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар “эш биреүсе” менән билдәле мессенжер аша бәйләнешкә ингән. Теге әҙәм алданған пенсионерҙарҙы көтөп торған урынды әйткән. Егеттәр аҡсаны алғас, яҡындағы банкоматҡа барып, аҡсаның үҙҙәренә тәғәйен процентын алып ҡалған, ә ҡалғанын “эш биреүсегә” күсергән. Әммә улар еңел аҡса эшләп өлгөрмәй, уларға полиция хеҙмәткәрҙәре ҡамасаулай.  

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районындағы бүлегенең тәфтиш бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, әле енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Мутлашыусыларға ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай. Полиция ошондай енәйәттәргә бәйле осраҡтарҙы асыҡлауын дауам итә.  

 Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: