Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
21 Апрель 2023, 11:00

97 йәш тип әйтмәҫһең дә!

Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны  бөгөн дә сафта

97 йәш тип әйтмәҫһең дә!
97 йәш тип әйтмәҫһең дә!

Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәүеф Гәрәев йәнтөйәгенең ғорурлығы. Утлы һуғыш юлы үтеп,  ҡаты яралар алып та бирешмәгән Еңеү һалдаты. Тыныс тормошта ғүмер буйы водитель булып эшләгән замандашыбыҙ бөгөнгө көндә лә машинаһында елдерә.  Ҡала буйлап ҡына түгел ауылдарға ла сығып китә. Һуғыш яугире һәр ваҡыт хәрәкәттә. Йорт-ихатаһында тәртип, бөхтәлек.  Яҙ етеү менән баҡса мәшәҡәттәренә күмелә. Бәрәңгеһен дә, ҡыярын да, башҡа йәшелсә-емешен дә үҫтерә. Үҙенән артҡанын күршеләре менән бүлешә. Әле булһа гәзитте күҙлекһеҙ уҡый.

“Күҙлек кейгәнем, таяҡ тотҡаным юҡ әлегәсә” , - ти йылмайып һуғыш ветераны.

Ғәбдрәүеф Гәрәев бик яҡшы әңгәмәсе лә булып сыҡты. Һөйләшеү  ваҡытында һуғыш хәтирәләрен йәнә бер яңыртты. “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн”, “Варшаваны азат иткән  өсөн”, “Еңеү өсөн” миҙалдары Ғәбдрәүеф Сәләх улының һуғыштағы батырлыҡтарын хәтерләтеп бөгөн дә күкрәген биҙәй. "Уҡығыҙ, хеҙмәт яратығыҙ", -ти ул  йәштәргә.

Яугир тураһында тулыраҡ гәзиттә уҡырһығыҙ.

Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: