Ихласлығы, эскерһеҙлеге менән арбаны Байым ағинәйе. Ысын мәғәнәһендә ағинәй дәрәжәһенә лайыҡ ул Мәрхәбә Садиҡова. Хәҙер боронғо өләсәйҙәрҙе һирәк осратырһың. Үҙенән ғәжәйеп күңел йылыһы бөркөлә, уның янында шундай рәхәт, тыныс.
“Йәшлек – бер генә мәл, сәскә булып ҡойола ул”, – тип моңланып, орсоғон зыр әйләндереп йөн иләп ултырған алсаҡ инәй ҡаршыланы беҙҙе. Сит-ят кешеләрҙе күргәс, һикереп тороп, орсоҡтай әйләнә башланы. Бына-бына 93 йәшенә аяҡ баҫырға тора тип әйтерлек тә түгел, йәштәрсә теремек, күҙҙәре осҡондай янған инәй түргә әйҙәне. Ике бүлмәле бәләкәй өйҙөң төп яғы алыҫ бала саҡҡа алып ҡайтҡандай тойолдо. Карауатта ҡат-ҡат күпертеп өйөлгән яҫтыҡтар, сигелгән япмалар, иҙәндә сағыу итеп бәйләнгән балаҫтар, тәҙрә төптәрендә яран гөлдәр – хайран ҡалдырҙы. Ә өйөнөң таҙалығы, бөхтәлеге! Күк ерлектәге аҡ сәскәле күлдәге лә үҙенә килешеп тора. Шундай ябай, күңелгә яҡын матурлыҡҡа арбалып, Мәрхәбә инәйҙең тормош сәхифәләрен тыңланым, хәтере теүәл – әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы кисәгеләй итеп һөйләй. Яйҡар ҡыҙы бәләкәйҙән сос, эшкә талымһыҙ булып буй еткергән, үҫмер йылдары ауыр һуғыш осорона тура килгән.
– Уҡырға китап-дәфтәр булманы, берәй ҡайҙан сәй ҡағыҙы тапһаҡ, шул да ҡыуаныс. Өҫкә кейем, аяҡҡа итек юҡ. Яланаяҡ йөрөнөк, нисек ауырымағанбыҙ?! 12 йәшемдә генә колхозда эшләнем, ураҡ, бесән өмәләрендә йөрөнөм. Утыҙар күбә һалабыҙ, планды тиҙерәк тултырыу өсөн таңғы биштән китәбеҙ. Быны үтәгәс, икенсе йылына 50-шәр центнер өҫтәнеләр. Эш көнө таяҡ менән генә иҫәпләнә, аслы-туҡлыбыҙ, әсе ҡатыҡты ла үлсәп кенә бирәләр. Леспромхозда ла эшләнем, – тип бәйән итте инәй, ғүмер ебен тағатып.
16 йәшендә генә Байым ауылы егете Асрар Садиҡовҡа кейәүгә сығып, ярты быуаттан ашыу бергә бәхетле йәшәгәндәр. Шуның 22 йылын ҡәйнә-ҡайны менән татыу ғүмер иткәндәр. Ете бала үҫтергәндәр. “Дүрткә-дүрт өйҙә ете кеше йәшәнек, ҡайны-ҡәйнәне хөрмәт иттек, ҡаршы һүҙ түгел, берәй нәмә әйтергә лә ояла инек”, – ти. Мәрхәбә Баймөхәмәт ҡыҙы колхоз баҡсаһында йәшелсә үҫтерә. Унда 25 йыл эшләй. Яландай ҙур баҡсаға йылғанан һыу ташырға, икһеҙ-сикһеҙ түтәлдәргә ҡойорға кәрәк. Һыу һыуыҡ, итек эсенә тула. Күмәк балаға үҙе тегеп-бәйләп кейендерә. Шәплеге, өлгөрлөгө арҡаһында балалары матур кейемдә, өҫтәре гел таҙа йөрөй.
Мәрхәбә менән Асрар Садиҡовтар балаларын белемле итергә тырышҡан. Ғаилә башлығы үҙе оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләгән, “Башҡортостандың сауҙа алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән. Өлкән ҡыҙҙары Маһира, Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, оҙаҡ йылдар Белорет ҡалаһында педиатр булып эшләй, “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Улдары Ансар, Стәрлетамаҡта юғары белем алып, райондың хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә, милиция майоры, МВД ветераны. Таһира, әсәһенән күрмәксе, тегенеүгә оҫта, биш бала тәрбиәләй. Йомабикә БДУ-ның химия-биология факультетында белем алған, 35 йыл Байым мәктәбендә уҡытҡан, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. Зәбирә бухгалтер һөнәрен һайлаған, Сермән ауылында төпләнгән. Ишкилде Өфө дәүләт нефть-техник университетында инженер-төҙөүсегә уҡыған, район хакимиәтендә эшләгән. Рөстәм хужалыҡта шофер булған.
Бәхетле көндәрҙән һуң ҡара ҡайғылы мәлдәр ҙә көтөп торған икән. Хоҙай үҙенең яратҡан бәндәһен һынармын тигәнгә ышанырлыҡ. Балаларының, иренең үлемдәрен нисек кисергәнен, яңынан йәшәргә ҡайҙан көс тапҡанын үҙе генә белә. Ете балаһының дүртәүһен ер ҡуйынына һалған әсәнең йөрәк яралары бер ҡасан да уңалмайҙыр. “Ҡайғымды эш менән генә баҫам”, – тигән әсәнең ныҡлығына, сабырлығына ғәжәп итәһең.
Ысынлап та, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер минут буш ултырып сыҙамай. Балаларының ярҙамлашабыҙ тиеүҙәренә ҡарамай, улар килеүгә эште бөтөрөп ҡуя. Яҙ етеү менән баҡса ерен үҙе ҡаҙа башлай, ҡапҡа тирәһен ипкә килтерә, күршеһендә йәшәгән килене эштә саҡта, малдарына күҙ-ҡолаҡ булып, бесән ташлап, һыу эсерергә лә өлгөрә. Емеш-еләккә шәп, йыя һалып, вареньеһын да ҡайната, балаларым килһә тип, һалма йәйеп ҡырҡа һала, буҙа ла ҡоя, мунсаһын да яға. Көнөнә бер пар ойоҡ-бейәләйҙе ыһ та тимәй бәйләй, һәр береһенә инселәп әҙерләй. Күлдәкте лә үҙе тегеп кейә. Боронғоса, таҫмалап-әберкәләп тегелгән башҡорт күлдәктәре лә күп, һәр береһенә бишмәт йә кәзәкейе бар, уларына тағылған тәңкәләрҙең күплегенә иҫең китерлек. Ҡыҙҙарына ла һәр береһенә ҡупшылап тегеп биргән. Күлдәктәрен кейеп, иҙән уртаһына таҡмаҡлап бейергә лә төшөп китте. Йәш сағында йыр-бейеүгә бик маһир булған, тик ҡайғылы мәлдәрендә сәхнәлә йөрөрлөкмө? Ейән-ейәнсәрҙәренең туйҙарында башҡортса кейенеп түрҙә ултырған Мәрхәбә инәй – оло ғаиләнең, араның тотҡаһы, ғорурлығы. 19 ейән-ейәнсәр, 34 бүлә-бүләсәр, бер тыуасарға өләсәй ул. Һәр береһенә күңел йылыһын, күҙ нурын биреп әҙерләгән бирнәһе менән оло тормош юлына фатихаларын биреп оҙата.
Быйыл уҙған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында Байым ауылының иң оло, абруйлы кешеләренең береһе – Мәрхәбә Садиҡоваға “Милләт әсәһе” миҙалы тапшырылған. Юғары наградаға хаҡлы оло йөрәкле әсә. Уның ҡылғандары иһә – бары изгелек.
– Был донъялар фани ғына, татыу йәшәгеҙ. Ил-йортҡа именлек, тыныслыҡ ҡайтһын, балаҡайҙар оҙон ғүмерле-тәүфиҡлы булһын, – тип теләй ысын күңелдән яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, һәр көнө өсөн Хоҙайға рәхмәтле була белгән Мәрхәбә Баймөхәмәт ҡыҙы.
Шәплегегеҙгә күҙҙәр генә теймәһен, йөҙгәсә йәшәгеҙ, тип теләнем арҡамдан тупылдатып һөйөп ҡалған нурлы инәйгә. Ҡулыма тотторған бүләге – йомшаҡ ҡына аҡ йөн ойоғо менән бергә күңел йылыһын, һынауҙарҙа һынмаған рух ныҡлығын, балаларса бер ҡатлылығын өләште кеүек.
- Динара САФИУЛЛИНА
Әбйәлил районы