Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
11 Сентябрь 2023, 20:20

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто үҙ экспозицияларын тәҡдим итә

Фестиваль программаһы тулыраҡ бында: https://айдаиграть.дети/

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто үҙ экспозицияларын тәҡдим итә
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто үҙ экспозицияларын тәҡдим итә

14-енән 17 сентябргә тиклем Өфөнөң Совет майҙанында “Әйҙә уйнарға” фестивалендә ике сатыр һәм ярым тирмә күренешендә ҡоролма ҡуйыла. Унда Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы тарихи-мәҙәни үҙәктәренең экспозициялары күрһәтеләсәк. 

Фестивалдең йәш ҡунаҡтарын традицион башҡорт халыҡ көнкүрешен сағылдырған ярым тирмә ҡаршы аласаҡ. Уртала ҡуйылған  бишек янында балаларға халыҡ әкиәттәрен һөйләйәсәктәр, йырҙарын йырлаясаҡтар. Балалар үҙҙәре лә ҡурсаҡ менән уйнай, уларҙы сәңгелдәктә бәүелтә, төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәренә кейендерә ала. Фестиваль барышында малайҙар-ҡыҙҙар өсөн Башҡортостан халыҡтарының милли уйындары – “Сос егет”, “Итексе”, “Ҡурай”, “Тирмә”, “Мөйөш алыш”, “Көршәк ватыу” һ.б.  уйнатыла.

Башҡортостандың мәҙәниәте менән бай күргәҙмә залында танышырға мөмкин буласаҡ. “Урал батыр” героик эпосы персонаждары, “Кума” ҡурсаҡтар интерактив музейы, башҡорт милли ҡурсаҡтары, ағас, кейеҙ, тире әйберҙәр – барыһын да бында күрергә мөмкин.

“Әйҙә уйнарға” фестиваленең программаһы тулыраҡ бында: https://айдаиграть.дети/

 

  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: