Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
11 Ноябрь 2023, 18:30

Башҡорт майын – Ҡытайға

Төбәктең иң ҙур май экстракцияһы заводы урынлашҡан Маячныйҙан Ҡытайға дөйөм ауырлығы 1802 тонна тәшкил иткән рафинирланмаған көнбағыш майы оҙатылған.

Башҡорт майын –  Ҡытайға
Башҡорт майын – Ҡытайға

Төбәктең иң ҙур май экстракцияһы заводы урынлашҡан Маячныйҙан Ҡытайға дөйөм ауырлығы 1802 тонна тәшкил иткән рафинирланмаған көнбағыш майы менән 85 тимер юл флекситанкаһын оҙатылған.

Йыл башынан алып төбәктең май экстракцияһы предприятиелары Ҡытайға 21 мең 526 тонна көнбағыш майы экспортлаған, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 8 мең 273 тоннаға күберәк.

Күптән түгел генә республика өсөн аграр тармаҡта төп экспорт тауары иген булған. Әммә ваҡыт үтеү менән үҫемлек майы өҫтөнлөк алған. Экспорт географияһы ла үҙгәрә - элек Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын төп һатып алыусы Европа булһа, хәҙер иһә  Глобаль көньяҡ тип берләштерелгән илдәр.

Мәғлүм булыуынса,  ил Президенты Владимир Путин указы менән тормошҡа ашырылған  «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған  тауарҙар экспортын  2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.

Фото: agrozernoholding.com

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: