Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда махсус хәрби операция, геройҙар, уларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға ҙур иғтибар бирелде.
“Донъяның тиҙ үҙгәреүен күрәбеҙ. Тәрән тарихи тамырҙары булған ҡаршылыҡтар киҫкенләште. Илебеҙгә башҡаса һайлау бирмәнеләр. Рәсәй яугирҙәре, мобилизацияланғандар ҡулдарына ҡорал алырға һәм Ватанды һаҡларға мәжбүр булды. Башҡортостан, бөтә ил кеүек үк, махсус хәрби операция мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары фронт өсөн кәрәкле продукция сығара. Аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары, медикаменттар менән гуманитар конвойҙар әҙерләүҙә ҡатнашҡан аграрийҙарыбыҙға, эшҡыуарҙарға, хеҙмәт коллективтарына, республика халҡына рәхмәт. Башҡортостан 100-ҙән ашыу колоннаны хәрби хәрәкәттәр зонаһына оҙатты. Аҙна һайын гуманитар ылауҙар китә. Табиптарыбыҙға, төҙөүселәргә, юлсыларға, коммуналь хеҙмәткәрҙәргә, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә тыныс тормошто тергеҙеүгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм, – тине Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров хәҙер бөтә ил менән еңеү өсөн эшләгә тейешбеҙ тине. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан үҙенең хәрбиҙәренә һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам итә.
– Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, ветерандарға, уларҙың ғаиләләренә “берҙәм тәҙрә” режимында ярҙам итәбеҙ. Ярҙам үҙәктәре, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы эшләй. Был эштә бөтә республика, беҙҙең йәштәр, шул иҫәптән “Юнармия”, “Беренселәр хәрәкәте”, “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” вәкилдәре ҡатнаша. Хәҙер күп кенә йәштәр ирекмән булып эшләй, Ватан яҙмышы өсөн үҙҙәренең яуаплылығын аңлаған ысын илһөйәрҙәр булып үҫә. Был Рәсәйҙең киләсәге өсөн бик мөһим, – тине ул. – Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында 5 меңгә яҡын уҡыусы хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үткән. Оборона министрлығы менән берлектә Баймаҡ, Ҡыйғы һәм Стәрлебаш райондарында парктың өс филиалын асасаҡбыҙ. Тағы ла күберәк егеттәрҙе хәрби эшкә һәм илһөйәрлек тәрбиәһенә йәлеп итербеҙ.
Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың геройҙары тураһында ла һөйләне. Уның белдереүенсә, меңәрләгән яҡташыбыҙ Ҡаһарманлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков миҙалдары менән бүләкләнгән. Ете егетебеҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Залда ултырыусылар һәләк булған батырҙарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.