Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
25 Февраль , 22:30

Балаларыбыҙҙың төп йырҙары

Ил өсөн ауыр ваҡытта беҙ берҙәм булырға тейеш...

Балаларыбыҙҙың төп йырҙары
Балаларыбыҙҙың төп йырҙары

Бөгөн, 25 февралдә, Ҡала мәҙәниәт һарайы “Балаларҙың төп йырҙары” проектында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. Концерттар серияһы Еңеү музейы тарафынан “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү Дәүләт фонды менән берлектә уҙғарыла. Һәм Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында ойошторола. 2024 йыл дауамында ул Рәсәй федерацияһының күп кенә төбәктәрендә уҙасаҡ, улар иҫәбенә Башҡортостан да ингән.

Был ижади проектты ойоштороусылар ысын талант эйәләрен – яңы шағирҙарҙы һәм композиторҙарҙы берләштерә алды. Улар бергәләп ғаилә, дуҫлыҡ, Тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам кеүек изге ҡиммәттәр хаҡында балалар йырҙары ижад итте. Сәхнәлә илдең иң яҡшы балалар коллективтары башҡарыуында әҫәрҙәр яңғыраны. Әйткәндәй, башҡортостанлылар ҡунаҡтарҙы тулы зал менән ҡаршы алды. Концертҡа республиканың барлыҡ ҡалаларынан һәм райондарынан тиерлек, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, ғаиләләре саҡырылды.

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина бындай проекттарҙы үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.

“Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү Дәүләт фондының проектты ойоштороусы булып китеүе осраҡлы түгел. Беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – ил патриоттарын, Ватанды һаҡлаусыларҙың ышаныслы быуынын тәрбиәләү. Бөгөн беҙ концертҡа республиканың бөтә ҡалаларынан һәм райондарынан тиерлек яугирҙарҙың ғаиләләрен саҡырҙыҡ. Ил өсөн ауыр ваҡытта беҙ берҙәм булырға тейешбеҙ”, – тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.

Проект Калининградта старт алған. Гастролдәр өсөн илдең тағы ла, Өфөнән башҡа, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Екатеринбург һәм Воронеж ҡалалары һайланған. Концерттарҙың был беренсе этабы Мәскәүҙә тамамланасаҡ.

 

Проект Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән талантлы башҡарыусыларға һәм балалар йырҙары авторҙарына ярҙам күрһәтә: профессиональ аранжировка менән 50 студия яҙмаһы булдырылған, уларҙың 26-һына музыкаль клиптар төшөрөлгән.

 

 

Автор фотоһы.

Балаларыбыҙҙың төп йырҙары
Балаларыбыҙҙың төп йырҙары
Балаларыбыҙҙың төп йырҙары
Балаларыбыҙҙың төп йырҙары
Балаларыбыҙҙың төп йырҙары
Балаларыбыҙҙың төп йырҙары
Балаларыбыҙҙың төп йырҙары
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: