2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Белоруссия араһындағы тышҡы сауҙа буйынса хеҙмәттәшлек бөтә тышҡы сауҙа әйләнеше өлкәһендә 4-се урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта эксперттың 56 процентын әлеге республикаға оҙатҡан тауарҙар тәшкил итә – был хаҡта БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдерә. Әлеге завод менән дә килешеү төҙөгән осраҡта хеҙмәттәшлек күрһәткестәре, әлбиттә, бермә-бер артып китәсәк. Һәм Башҡортостан предприятиелары өсөн яңы технлогиялар ҡулланып һәм сифатлы сеймал нигеҙендә Пинск тәжрибә-механик заводы насостар етештерә башлаясаҡ.
Насостар һәм уға деталдәр етештереүсе Пинск тәжрибә-механик заводы әлеге тауар буйынса алға киткән магнаттарҙың береһе булып тора.