Бөтә яңылыҡтар

“Киләсәк моторҙары” матур башланғыс

Вуз-ара кампуста Өфө фән һәм технологиялар университетының “Киләсәк моторҙары” исемле алдынғы инженерҙар мәктәбе лабораторияһы асылды. Был үҙенә күрә бер мәғәнәле ваҡиға, сөнки күптән түгел генә Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә ошондай мәктәптәрҙең эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында һөйләне. Яңы тәжрибә майҙаны тураһында үҙенең сәхифәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яҙып сыҡты.

“Киләсәк моторҙары” матур башланғыс
“Киләсәк моторҙары” матур башланғыс

– Был - уникаль лаборатория, уның етәксеһе – Бангладештан йәш ғалим Мухаммад Нафиз Рахман. Әлегеләй майҙандар нәҡ сит илдән йәш ғалимдарҙы ылыҡтырыу йәһәтенән булдырыла. Был йәш ғалим да “Киләсәк моторҙары” командаһында эшләй, - тип яҙып сыҡты етәксе.

Уның һүҙҙәренсә, лаборатория электромобилдәргә һәм осоусы аппараттарға көс йыйҙырыу станцияларын өйрәнә һәм уйлап таба.

“Киләсәк моторҙары” вузда өс йыл элек асылған, бындай мәктәп республика өсөн мөһим булып ҡала, сөнки нәҡ ошо мәктәптәр нигеҙендә илдең инженерлыҡ һәм авиация өлкәһенә уйлап табыу кимәле билдәләнә. Был стратегик күренеш булып тора.

– Һуңғы айҙарҙа ғына мәктәп 1,2 миллиард һум федераль аҡса йәлеп итте, шул иҫәптән 300 миллион һум гранттар буйынса, - тип билдәләне Андрей Назаров.

“Киләсәк моторҙары” матур башланғыс
“Киләсәк моторҙары” матур башланғыс
“Киләсәк моторҙары” матур башланғыс
“Киләсәк моторҙары” матур башланғыс
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: