Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Сентябрь , 11:20

Яугир-ветеран һайланы!

Махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандары бөгөн үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын яу яланында ғына түгел, һайлау участкаларында ла үтәй. Был минуттарҙа республиканың төрлө һайлау участкаларына ялда булған, йәки контракт тамамланыу, яраланыу сәбәпле махсус хәрби операциянан бөтөнләйгә ҡайтҡан ир-егеттәр ҙә ағыла.

Яугир-ветеран һайланы!
Яугир-ветеран һайланы!

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Чечен Республикаһындағы хәрби конфликта, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Азат Ҡыҙрасов та әле генә тауыш биреп сыҡты.

"Илебеҙ именлеге, республикабыҙҙың үҫеше, ҡалабыҙҙың тыныслығы һәммәбеҙгә бәйле! Һайлау участкаларында, яу яланында - ҡайҙа булһаҡ та беҙ, илебеҙ берәү - шул хаҡта онотмайынса, үҙ бурысыбыҙҙы үтәргә тейешбеҙ!" Һәммәгеҙҙе лә һайлау участкаларына саҡырып ҡалам", - тип белдерҙе Азат Ҡыҙрасов үҙенең бюллетенына билдә ҡуйғандан һуң.

Яугир-ветеран һайланы!
Яугир-ветеран һайланы!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: