- Йыл башынан алып республикала льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредитлау механизмын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 505,5 миллион һум субсидия бүленде, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Ошо осорҙа Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан аграрийҙарына 11,8 миллиард һумлыҡ льготалы ҡыҫҡа сроклы кредиттарға 363 ғаризаны хупланы.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, төп банктар миҙгелле баҫыу эштәрен үткәреүгә биргән кредит средстволарының дөйөм күләме 2024 йылдың 8 айында 873 миллиард һум самаһы тәшкил иткән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 16 процентҡа юғарыраҡ. Атап әйткәндә, Россельхозбанк был маҡсатҡа кредиттар күләмен 14 процентҡа – 585 миллиард һумға, Һаҡлыҡ Банкы 20 процентҡа 288 миллиард һумға тиклем арттырҙы.
Льготалы кредитлау программаһы агросәнәғәт комплексы ойошмаларының аҙ процент ставкаһы буйынса бер йылға тиклем кредит алыуын күҙ уңында тота – 7,7-нән 11,5 процентҡа тиклем, ә уны компенсациялауға субсидиялар туранан-тура банктарға йүнәлтелә.