2019 йылдың 15 авгусында "Урал авиалиниялары"ның Мәскәүҙән Симферополгә осҡан самолетының экипаж командиры Дамир Йосопов двигателдәре сафтан сыҡҡан лайнерҙы кукуруз яланына имен-аман ултыртып, 233 кешенең ғүмерен ҡотҡарғайны. Ике пилотҡа ла Рәсәй Геройы исемен бирҙеләр.
Шул уҡ ваҡытта Дамир уға Аллаһ ярҙам иткәнен танығайны. Яҡындары әйтеүенсә, ул намаҙҙа ла булған. "Шул осраҡтан һуң мин Хоҙай тураһында йыш уйландым. Был донъяла рәхәтләнеп йәшәргә, эшләргә генә түгел, мәсет тә төҙөргә кәрәк тип ҡарар иттем", - ти ул.
Дамир имам булырға йыйынмай. "Мин - осоусы. Хәлемдән килгәнсә ураҙа тотам, мәсеткә йөрөйөм, әммә минең бурысым - осоу. Әлбиттә, ышаныс белдергәндәре өсөн рәхмәт", - ти.
Әле ул үҙе йәшәгән Свердловск өлкәһенең Полевской ҡалаһында мәсет төҙөтә. Уны "Әсәйҙәр мәсете" тип атамаҡсы. Биләмәлә хужалыҡ ҡаралтыһы,көмбәҙле бинаның манараһы күтәрелгән, тәҙрәләр ҡуйыла, ҡыйығын ябыу эштәре бара.
2021 йылда ҡала хакимиәте мәсет өсөн ер участкаһы бүлә. 2022 йылда эш башлана ла инде. Дамир Йосопов ярҙам иткән барлыҡ кешегә рәхмәт әйтә һәм эште аҙағынаса еткереүҙе үтенә.
Фото: https://islamnews.ru