2 ноябрҙә Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды.
Башҡортостандың Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуҙың 400 йыллығы хөрмәтенә бағышланған монументҡа нигеҙ 1957 йылда һалынған, ә тантаналы итеп 1965 йылда асылған. Ул рус һәм башҡорт халыҡтарының туғандарса бөйөк дуҫлығын символлаштыра.
Тантанала шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, республика хөкүмәте ағзалары, дәүләт власы органдары, Өфө хакимиәте етәкселәре ҡатнашты.
Сәскә һалыу тантанаһынан һуң төбәк етәксеһе журналистар менән аралашҡанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң Башҡортостан халҡы өсөн әһәмиәте тураһында һөйләне.
- Нәҡ берҙәмлек беҙгә ябай булмаған был осорҙа ныҡлы торорға ярҙам итә. Нәҡ берҙәмлек беҙҙе көслөрәк итә. Коронавирус пандемияһы, санкция баҫымы һәм, хәҙер килеп, махсус хәрби операция һынауы. Әммә бөтә республика берләште. Әлбиттә, йәмәғәтселектә ваҡиғаларға һәм үҫешкә төрлө ҡараш булырға мөмкин. Ләкин, дөйөм алғанда, Башҡортостан берҙәм, бөтәбеҙҙең дә - дөйөм маҡсаттар һәм бурыстар. Беҙҙе ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ынтылыу берләштерә, - тине Радий Хәбиров.
Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/185097.html