Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһында үткән “Дала мәргәне” донъя кубогында Рәсәй, Таиланд, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Франция, Азербайжан, Иран, Монголия, Тажикстан, Төркиә, Америка, Һиндостан илдәренән йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан.
Традицион уҡтан атыу спорт төрө – ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ. Ғәҙәти уҡты бер нисек тә модернизацияланған ҡорамалдар ҡулланылғаны менән бутарға ярамай. Шуға ла һәр спортсы үҙенең оҫталығына, таһыллығына, тәжрибәһенә генә таяна ала.
Рәсәй ил командаһы спортсылары милли башҡорт кейемендә сығыш яһаған. Донъя чемпионатында Бөрйән районы ҡыҙы Наилә Ишкилдина - алтын миҙал, Әбйәлил һылыуы Гүзәлиә Дәүләтова уҡтан атыуҙың өс төрөндә ике көмөш һәм бронза миҙалын яулаған.
“Еңеүебеҙгә ата-бабалар рухы ла көс биргәндер тип уйлайбыҙ”, - ти Башҡортостан данын сит яҡтарҙа күтәргән спортсылар. Команда составында Баймаҡ спортсыһы Тимур Өмөтбаев менән Бөрйән мәргәне Азат Ишкилдин үҙ көстәрен һынап ҡараған.