Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
14 Ноябрь , 23:30

20 ноябрҙә IV "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтә

20 ноябрҙә "IV Мәхмүтов уҡыуҙары.Төбәктең стратегик үҫеше: проблемалар һәм перспективалар” халыҡ-ара фәнни- ғәмәли конференцияһы үтә. Күренекле академик Әнәс Хөсәйен улы Мәхмүтов сағыу һәм күп ҡырлы шәхес булған.

20 ноябрҙә IV "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтә
20 ноябрҙә IV "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтә

20 ноябрҙә "IV Мәхмүтов уҡыуҙары.Төбәктең стратегик үҫеше: проблемалар һәм перспективалар” халыҡ-ара фәнни- ғәмәли конференцияһы үтә. Күренекле академик Әнәс Хөсәйен улы Мәхмүтов  - сағыу һәм күп ҡырлы шәхес. Ул киң ҡарашлы дәүләт эшмәкәре менән бергә стратегик фекерләүсе күренекле ғалим да була. 2020 йылдың 31 июлендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай, әммә уның тураһында иҫтәлек йәшәүен дауам итә…

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың академик фәне вәкиле, ғалим Әнәс Хөсәйен улы Мәхмүтовтың фәнни мираҫына һәм идеяларын үҫтереүгә арналған Мәхмүтов уҡыуҙары, ғәҙәттәгесә, төбәктәрҙең һөҙөмтәле социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынған ижтимағи фәндәр һәм практиктар вәкилдәрен йыя.

Был көндө конференция федераль һәм төбәк дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәрен, алдынғы ғалимдарҙы һәм эксперт-практиктарҙы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ижтимағи фәндәр проблемалары менән шөғөлләнгән бизнес-берләшмә вәкилдәрен, шулай уҡ аспирантура, магистратура һәм бакалавриат программалары буйынса уҡыусыларҙы берләштерәсәк.

Сараны Беларусь Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Идара итеү академияһы, П.М. Машеров исемендәге Витебск дәүләт университеты ойоштора. Шулай уҡ сарала Ҡаҙағстан, Тажикстан, Үзбәкстан вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

 “IV Мәхмүтов уҡыуҙары. Төбәктең стратегик үҫеше: проблемалар һәм перспективалар” территорияларҙың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияларын әҙерләү мәсьәләләренә, шулай уҡ төбәктең тотороҡло үҫеш үҙенсәлектәренә, шарттарына, факторҙарына һәм перспективаларына иғтибарҙы йүнәлтә.

Конференция эше түбәндәге тематик йүнәлештәр буйынса үтәсәк:

Төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше;

Дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙе камиллаштырыу;

Һанлаштырыу шарттарында йәмғиәттең социаль-гуманитар һәм сәйәси тикшеренеүҙәре.

Ойоштороу комитетының адресы:

ГБОУ ВО «Башкирская академия государственной службы и управления при Главе Республики Башкортостан», 450008, г. Уфа, ул. Цюрупы, 6, каб. 407, телефон +7 (347) 2731971, e-mail: [email protected].

Источник: Bagsurb.ru

Фото: https://uchbash.com/news/godpoleznihdel/2024-11-14/20-noyabrya-proydut-iv-mahmutovskie-chteniya-4006980

20 ноябрҙә IV "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтә
20 ноябрҙә IV "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтә
20 ноябрҙә IV "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтә
20 ноябрҙә IV "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтә
20 ноябрҙә IV "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтә
20 ноябрҙә IV "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтә
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: