Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
1 Декабрь , 13:30

Мөмкинлектәр сикле булһа ла эшләргә мөмкин

Көйөргәҙе районында мәшғүл булмаған инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә саралар әүҙем тормошҡа ашырыла.

Мөмкинлектәр сикле булһа ла эшләргә мөмкин
Мөмкинлектәр сикле булһа ла эшләргә мөмкин

Быйыл был программала йәнә “Техтранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашҡан (етәксеһе - Игорь Ступин). Предприятиеға инвалид өсөн эш урыны ойоштороуға 80 мең һум күләмендә субсидия бирелгән. Был аҡсаға ҡоролмалар һатып алынған. «Техтранс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте штатында яңы хеҙмәткәр Илнур Мәмбәтҡолов барлыҡҡа килгән, ул келәттә эшләйәсәк һәм матди ҡиммәттәрҙе иҫәпкә аласаҡ.

“Эш биреүсегә барып, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күргәне өсөн рәхмәт белдерҙем. Илнур менән аралашып, эшендә уңыштар теләй. 2023 йылда ошо уҡ программа буйынса эшкә урынлаштырылған Михаил Свиридов менән осрашыу мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырманым. Михаил үҙ бурыстарын шатланып үтәй һәм мәшғүллек үҙәгенә эшкә урынлашыуҙа ярҙам иткәне өсөн бик рәхмәтле”, - тип һөйләп үтте был хаҡта район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Акилов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был программала дәүләт (муниципаль) учреждениеларынан башҡа һәр эш биреүсе ҡатнаша ала. 3-сө төркөм инвалиды өсөн эш урынын йыһазландырыуға 80 мең һумға тиклем, 1-се һәм 2-се төркөм инвалиды өсөн 100 мең һумға тиклем сығымдар ҡайтарыла. Проект Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" (национальный проект "Производительность труда") милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Мөмкинлектәр сикле булһа ла эшләргә мөмкин
Мөмкинлектәр сикле булһа ла эшләргә мөмкин
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: