Бөтә донъя мәктәп уҡыусылары өсөн интеллектуаль ярыш, унда һәр кем Бөйөк Ватан һуғышы тураһында үҙенең белемен күрһәтә ала. Төп бурыс - йәш быуындың иғтибарын шул йылдарҙағы ваҡиғаларға йәлеп итеү.
Кем өсөн үткәрелә?
Олимпиада 10-18 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр өсөн үткәрелә. Тапшырыуҙар төрлө ҡатмарлылыҡ кимәле буйынса туплана.
Ниндәй форматта үтә?
Бөтә донъя мәктәп олимпиадаһы финалсыһы булыу өсөн ҡатнашыусыларға өс турҙы үтергә кәрәк.
Беренсе тур – 25 февраль - 21 март, икенсе тур – 24 март-11 апрель, финал – 6 май.
Олимпиадала ҡатнашыусылар ике номинациялы ижади конкурста ла үҙ көсөн һынап ҡарай ала: “Еңеү йөҙҙәре” темаһына – һүрәт; “Йәш полководец” – ижади эше.
Еңеүселәр нимә аласаҡ?
“Бөйөк Еңеү” бөтә донъя мәктәп олимпиадаһында еңеүселәр акцияны ойоштороусыларҙан һәм партнерҙарҙан ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.
Бөйөк Еңеү Бөтә донъя мәктәп олимпиадаһының йомғаҡлау этабының (финалының) өс еңеүсеһе Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында һәм 2025 йылдың 9 майында тантаналы концертта ҡатнаша ала.
Алдан теркәлеү Олимпиада сайтында (сайте Олимпиады) бар.
Фото сығанғы: may9.ru/events/1759/