Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Март 2025, 14:50

Ватаныбыҙҙы һаҡлаған уҡытыусыға 102 йәш

Ул юбилей миҙалы менән бүләкләнде.

Ватаныбыҙҙы һаҡлаған уҡытыусыға 102 йәш
Ватаныбыҙҙы һаҡлаған уҡытыусыға 102 йәш

Николай Александрович Фомин Өфөнән. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, элемтәсе, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Николай Александровичҡа 102 йәш. Ул Шаран районының Баҙғыя ауылында тыуған. 1943 йылдың авгусынан немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша, элемтәсе була. Байкал аръяғы фронты ғәскәрҙәре составында япон империалистары менән алыштарҙа ҡатнаша.

1947 йылдың мартында тыуған яғына ҡайта. Тыуған ауылы Баҙғыяла ете йыллыҡ мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Николай Фомин II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. 

Рәсәй Президенты указы менән яҡташыбыҙ "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл" юбилей миҙалы менән бүләкләнде. Уны ветеранға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Ғорурланабыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас