Проекттың инициаторы булып Алексей Талай исемендәге белорус хәйриә фонды сығыш яһай, ә Рәсәй яғынан уға Халыҡ фронты ҡушыла. Унда халыҡ тапшырған иҫке тәңкәләр һәм гильзалар йыйыла.
Монумент үҙе һалдат яҙмаһы - рәүешендә эшләнә. Уны быйыл Мәскәүҙә Поклонная тауында ҡуялар.
Башҡортостан халҡы шулай уҡ проектҡа ҡушыла һәм тәңкәләрҙе Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 1-138 адресы буйынса халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитетына алып килә ала. Бында тәңкәләр һәм гильзалар йыйыу өсөн махсус контейнер урынлашҡан.
Һәйкәл «Рәхмәтле быуындарҙың тере хәтере»тпроекты сиктәрендә өсөнсөһө буласаҡ. Паралимпиясы, белорус йәмәғәт эшмәкәре Алексей Талай Герой-ҡала Минскиҙа һәм Брест ҡәлғәһендә урынлашҡан ике монумент төҙөгән дә инде.
Әйткәндәй, акцияға Рәсәй Президенты Владимир Путин, Белоруссия Президенты Александр Лукашенко һәм элекке СССР илдәренән биш миллиондан ашыу ғаилә ҡушылды.
Фото: Халыҡ фронты.