Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
26 Апрель 2025, 21:05

"Үлемһеҙ полк" акцияһына әҙерләнәбеҙ

Быйыл ул ғәҙәти рәүештә үтәсәк.

"Үлемһеҙ полк" акцияһына әҙерләнәбеҙ
"Үлемһеҙ полк" акцияһына әҙерләнәбеҙ

Быйыл «Үлемһеҙ полк» акцияһы Өфөлә традицион форматта — марш рәүешендә үтәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге кәңәшмәлә хәбәр итте.

Төбәк етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына саралар үткәреү маршрутын һәм тәртибен билдәләргә ҡушты. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан төп тантаналар Өфөлә 2025 йылдың 9 майында үтәсәк. Улар Совет майҙанындағы Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә һәм Еңеү паркының мемориаль комплексындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыуҙан башлана.

Был көндө Өфөлә хәрби хеҙмәткәрҙәр, хәрби техника парады һәм «Үлемһеҙ полк» акцияһы төп сара буласаҡ. Ғәҙәттәгесә, "Үлемһеҙ полк"та хәрби парад һәм хәрби техника үткәндән һуң Октябрь проспекты буйлап Галле ҡалаһынан Кольская урамы менән киҫешкәнгә тиклем уҙасаҡтар. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 6 км. Марш барышында ҡатнашыусылар рус һәм башҡорт телдәрендә «Катюша» йырын башҡара.

10:00 сәғәттән 11:00 сәғәткә тиклем төп колоннаны формалаштырыу һәм ҡатнашыусыларҙы йыйыу;

- 11:00 сәғәттән 11:12 сәғәткә тиклем – Дөйөм республика "Тынлыҡ минуты»;

11:12 сәғәттән 13: 00 сәғәткә тиклем "Үлемһеҙ полк" колоннаһының йөрөшө.

Өфөлә ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының хәүефһеҙлеге маҡсатында «Үлемһеҙ полк» маршын уҙғарыу периметры буйлап байрам һәм концерт программаларын уҙғарыу майҙансыҡтарында ҡоймалар ҡуйыласаҡ. Акция барышында ирекмәндәр һәм медицина хеҙмәткәрҙәре дежур итәсәк.

"Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт гражданлыҡ-патриотик хәрәкәтенең үҙәк штабы ағзаһы, Башҡортостандағы Төбәк бүлексәһе етәксеһе Вадим Курилов, был - Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары һәм ҡатнашыусылары иҫтәлегенә Бөтә донъя патриотик акцияһы, ул башлап Рәсәйҙә барлыҡҡа килде, тип билдәләне. Башҡортостанда акция 2014 йылдан алып уҙғарыла, һәм быйыл унда төбәк халҡы 12-се тапҡыр ҡатнаша.

- Башҡортостанда йылдан-йыл «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусылар күбәйә. Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың плакаттары һәм фотолары менән тыуған ҡала һәм ауыл урамдарына сыға. Был граждандар берҙәмлегенең, быуындар күсәгилешлегенең уникаль миҫалы һәм ғаилә архивтарын өйрәнеү, быуындар тарихын тергеҙеү һәм уны балаларына тапшырыу өсөн тағы бер сәбәп. «Үлемһеҙ полк»тың көслө, эмоциональ, халыҡ маршы Бөтә Рәсәй буйынса миллионлаған кешене берләштерә һәм халҡыбыҙҙың бөйөклөгөн иҫкә төшөрә, – тип өҫтәне Вадим Курилов.

Маршҡа ҡушыла алмаған Башҡортостан халҡы «Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы онлайн» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша ала. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының йәки тыл хеҙмәтсәненең фотоһын урынлаштырырға һәм 6 майға тиклем теләһә ниндәй уңайлы ысул менән заявка ҡалдырырға кәрәк2025.polkrf.ru (clck.ru/3Lbs5C) сайтында, ВК-ла vk.com/polk_app мини-ҡушымтаһында, ОК-ла ok.ru/app/polk мини-ҡушымтаһында.

Быйыл тәүге тапҡыр ветерандың фотоһын реставрациялау һәм төҫләндереү, шулай уҡ уның хаҡында социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт менән уртаҡлашыу мөмкинлеге тормошҡа ашырылды. Онлайн-йөрөш 9 майҙа 2025.polkrf.ru сайтында үтә.

Автор фотоһы.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас