Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының Бөтә Рәсәй проекты старт алды. Төп идея – ул саҡта һуғышҡан ата-бабаларҙың һәм хәҙер илде һаҡлаған ир-егеттәрҙең батырлығын хөрмәтләү.
Был мөһим эшкә 2025 йылдың 30 апрелендә “Белем. Тәүгеләр” федераль мәғрифәт марафоны ҡатнашыусылары менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхсән үҙе хуплай белдерҙе.
Һәр ҡатнашыусы һәм махсус хәрби операция ветераны үҙенең герой туғаны тураһында помнютвойподвиг.рф сайтында һөйләй ала. Проектта нисек ҡатнашырға – карточкаларҙа.
Шулай итеп, беҙ ата-бабаларыбыҙҙың ниндәй көслө характерға эйә булыуын һәм бөгөн уларҙың вариҫтары ниндәй батырлыҡ күрһәтә алыуын таныта аласаҡбыҙ.
#Победа80