Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
7 Май 2025, 18:30

“Штык менән дә, ҡәләм менән дә” журналистар марафоны уҙҙы

“Штык менән дә, ҡәләм менән дә” журналистар марафоны тамамланды. Уны өс ай дауамында Башҡортостан Журналистар союзының Төньяҡ район-ара ижади берекмәһе редакциялары уҙғарҙы.

“Штык менән дә, ҡәләм менән дә” журналистар марафоны уҙҙы
“Штык менән дә, ҡәләм менән дә” журналистар марафоны уҙҙы

Марафон тарихи хәтерҙе һаҡларҙы һәм журналистарҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн баһалауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы, сөнки һуғыш йылдарындағы гәзиттәр халыҡҡа фронттағы хәлдәр тураһында хәбәр итеүҙән тыш, тылдағы тормош тураһында ла һөйләй, властың эшмәкәрлеге хаҡында ла даими яҙа.  

Бындай марафонды беҙ 10 йыл элек Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы "Ҡыҙыл таң" республика гәзите мөхәррире Фаил Фәтхетдинов башланғысы менән үткәрҙек. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы марафонды ҡабатларға ҡарар иттек, сөнки был ваҡыт эсендә гәзиттәребеҙ тарихынан бик күп яңы ҡыҙыҡлы факттар асылды.

Эстафетаны тапшырыу буйынса саралар бөтә ерҙә лә район һәм ҡала масштабындағы ваҡиғаға әйләнде, был район матбуғатын популярлаштырыуға ҙур өлөш индерҙе.

Ағиҙел ҡалаһында һәм Ҡалтасы районында обелисктар янында митингылар ойошторҙолар, уларға хәрби хәрәкәттәр ветерандарын һәм юнармейсыларҙы саҡырҙылар. Нефтекама ҡалаһында сара «Ҡыҙыл байраҡ» гәзитенең 60 йыллығы менән берләштерелде. Балтас районында эстафетаны тапшырыу буйынса сара мәктәптә 8-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында үтте. Асҡын һәм Мишкә райондарында осрашыуҙа Шайморатов кластары сығыш яһаны. Яңауылда баш мөхәррир урынбаҫары Гөлнара Глухованың батырҙарса һәләк булған улы Денис Глуховты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Краснокама районында ике МХО яугиренең әсәһе Римма Бикбулатованы тәбрикләнеләр. Тәтешле районында журналистарҙы 31-се «Башҡортостан» полкының маршы һүҙҙәре авторы Олег Миңлеғәлиев сәләмләне. Ҡариҙелдәге коллегаларыбыҙ редакция тормошонан экспонаттар менән ҡыҙыҡлы музей мөйөшө төҙөгән.  

Марафон беҙҙе тағы ла яҡынайтты, киләсәктә лә бергәләп, дәртләнеп эшләргә дәртләндерҙе.

Мәҡәләнең авторы - Ирина Вәлиева,

Төньяҡ район-ара ижади берекмәһе рәйесе.

Сығанаҡ: https://kamazori.ru/news/localnews/2025-05-07/zhurnalistskiy-marafon-i-shtykom-i-perom-itogi-4225912

 

 

 

“Штык менән дә, ҡәләм менән дә” журналистар марафоны уҙҙы
“Штык менән дә, ҡәләм менән дә” журналистар марафоны уҙҙы
“Штык менән дә, ҡәләм менән дә” журналистар марафоны уҙҙы
“Штык менән дә, ҡәләм менән дә” журналистар марафоны уҙҙы
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас