Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2025, 01:00

Ике мең өс йөҙ ҡарағай шаулап үҫәсәк

Ҡарағайҙарҙан 80 ПОБЕДА тигән яҙыу барлыҡҡа килгән. Кем бындай мул бүләкте яһаған һуң?

Ике мең өс йөҙ ҡарағай шаулап үҫәсәк
Ике мең өс йөҙ ҡарағай шаулап үҫәсәк

Еңеү көнө алдынан Көйөргәҙе районының Мораптал ауыл биләмәһенә 2300 ҡарағай үҫентеһе бүләк иткәндәр. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов яҙа.

"Беҙҙең "Шатун" позывнойлы яугиребеҙ яраланғандан һуң реабилитация үтә. Ул морапталдарға 2300 дана ҡарағай үҫентеһе алып бирҙе. Яңы Мораптал, Иҫке Мораптал, Яҡут, Аҡһары ауылдары халҡы берҙәм генә уларҙы ултыртып та ҡуйҙы. "Шатун" атайсалын йәшелләндереүҙе дауам итмәксе. Рәхмәт, туған, изге эш өсөн!" - тигән ул.

Фото: https://vk.com/yulay_ilyasov

Ике мең өс йөҙ ҡарағай шаулап үҫәсәк
Ике мең өс йөҙ ҡарағай шаулап үҫәсәк
Ике мең өс йөҙ ҡарағай шаулап үҫәсәк
Ике мең өс йөҙ ҡарағай шаулап үҫәсәк
Ике мең өс йөҙ ҡарағай шаулап үҫәсәк
Ике мең өс йөҙ ҡарағай шаулап үҫәсәк
Ике мең өс йөҙ ҡарағай шаулап үҫәсәк
Ике мең өс йөҙ ҡарағай шаулап үҫәсәк
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас