Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
13 Май 2025, 19:30

Өфөгә хәрби трофей техникаһы килтерелде

Агитпоезды перронда МХО яугирҙәре, кадеттар, йәш армиясылар, ветерандар һәм патриотик ойошмалар вәкилдәре ҡаршыланы. Тантаналы митинг ойошторолдо. Акция етәксеһе контр-адмирал Александр Гринкевич йыйылған халыҡты тәбрикләне.

Өфөгә хәрби трофей техникаһы килтерелде
Өфөгә хәрби трофей техникаһы килтерелде

Рәсәй Оборона министрлығының агитпоезы бөгөн Өфөлә туҡталып китте. “Хәтерҙә – берҙәмлек. Батырлыҡта – көс!” акцияһын Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡы ла күрҙе, Бөйөк Ватан һуғышына һәм РФ-тың хәҙерге Ҡораллы көстәренә арналған уникаль экспонаттарҙы ҡараны.

Агитпоезды перронда МХО яугирҙәре, кадеттар, йәш армиясылар, ветерандар һәм патриотик ойошмалар вәкилдәре ҡаршыланы. Тантаналы митинг ойошторолдо. Акция етәксеһе контр-адмирал Александр Гринкевич йыйылған халыҡты тәбрикләне.

– Поезд составына һигеҙ тематик вагон инә. Улар РФ Ҡораллы көстәренең төрҙәренә, төрлө ғәскәрҙәргә, шулай уҡ Европала фашизм барлыҡҡа килә башлаған осорға арналған. Ҡораллы көстәрҙең үҙәк музейы үҙ экспозицияһын ҡуйҙы. Дүрт платформала НАТО-ның трофей техникаһы урын алды. Был күргәҙмә – беҙҙең Украина халҡы менән түгел, ә НАТО илдәре менән көрәшеүебеҙгә дәлил.Беҙ армия меннә халыҡтыңберҙәмлеген күрһәтергә, хәрбиҙәребеҙҙең уңыштары тураһында һөйләргә ынтылабыҙ, – тине ул.

БР Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов та килеүселәргә мөрәжәғәт итте. Ул республиканың фашизмға ҡаршы көрәшеүгә етди өлөш индергәнен, һәм бөгөн ата-бабаларыбыҙ ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙә һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне.

Александр ГринкевичОборона министрлығы исеменән МХО-ла ҡатнашыусыларға, ирекмәндәр ойошмалары һәм отставкалағы офицерҙарға наградалар тапшырҙы.

Тантаналы өлөштән һуң митингыла ҡатнашыусылар вагондағы күргәҙмә менән танышты. Килеүселәр айырыуса МХО барышында ҡулға төшөрөлгән Көнбайыш трофей техникаһын ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Вокзал янындағы майҙанда ялан кухняһы эшләне, йыйылған кеше һалдат бутҡаһын да тәмләп ҡарай алды. Рәсәй армияһы рәттәренә баҫырға теләүселәрҙе һайлап алыу өсөн мобиль пункт ҡуйылғайны.

Өфө эшелондың юлындағы 25-се ҡала булды. 75 көн эсендә агитпоездың 33 мең саҡрымдан ашыу юл үтеп, Рәсәйҙең 61 субъектындағы 75 ҡала һәм ауылда булыры күҙаллана.

Мәғлүмәт, фото: Башинформ.

Өфөгә хәрби трофей техникаһы килтерелде
Өфөгә хәрби трофей техникаһы килтерелде
Өфөгә хәрби трофей техникаһы килтерелде
Өфөгә хәрби трофей техникаһы килтерелде
Өфөгә хәрби трофей техникаһы килтерелде
Өфөгә хәрби трофей техникаһы килтерелде
Өфөгә хәрби трофей техникаһы килтерелде
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас