"Урал батыр"ға арналған көн булдырылды!
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров “Урал батыр” эпосы көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы, ул йыл да 8 июндә билдәләнә. Был хаҡта Китап байрамын асыу тантанаһында билдәле булды.
Указға ярашлы, республика Хөкүмәте байрамды үткәреү буйынса план төҙөргә һәм раҫларға тейеш.
Район, ҡалалалар хакимиәттәренә “Урал батыр”ҙы популярлаштырыуға арналған саралар үткрергә тәҡдим ителә.
Өсөнсө Китап байрамын асыу тантанаһында Радий Хәбиров был көндө булдырыу “Урал батыр” эпосын башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы, рухи таянысы итеп таныу билгеһе икәнен айырып билдәләне. “Урал батыр”ҙа – халҡыбыҙҙың асылы”, – тине ул. Эпос көнө мәҙәни йолаларыбыҙҙың мөһим өлөшөнә әйләнер, тигән ышаныс белдерҙе.
Республика етәксеһе БР Милли музейына “Урал батыр” эпосының факсимиль күсермәһен ваҡытлыса һаҡлауға тапшырҙы. Һуңғараҡ баҫма Евразия күсмә цивилизациялар музейы коллекцияһын тулыландырасаҡ.
Китап “Урал батыр”ҙың машинкала баҫылған тексынан тора. Уны фольклорсы, мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда сәсән, ҡурайсылар Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып ала. Төп нөсхә латин графикаһында яҙылған, ҡулдан билдәләнгән урындары бар – уларҙы М. Буранғолов индергәндер, тип фаразлайҙар. Был баҫма Өфө фәнни үҙәгендә һаҡлана.
Уникаль баҫманы тапшырыу китап йәрминкәһенең матур йолаһына әйләнде. Үткән йылдарҙа Остромир Евангелиеһы һәм Ғосман Ҡөрьәне музейға тапшырылғайны.
Сығанаҡ, фото: glavarb.ru