Рысҡужа ауылынан Айһылыу Хәсәнованың ҡулына ошо фотография килеп эләккәс: "Таһиp Куcимoв эpгәһендә Һәйетҡoл ауылынан Кафый Булатoв түгелме?" - тигән һорау бирә. Һәм танып-белгәндәргә мөрәжәғәт итә.
"Эйе, Кафый бабай", - тигән яуап килә бөтәһенән дә. Тимәк, легендар командир Һәйетҡол ауылына барғанда төшкән был фотоға.
"Кафый бабай уpыҫтаp-табылдыҡтаp аpаһынан (күрәһең, аслыҡ ваҡытында ташлап кителгән бала). Аҡ йөҙлө, күк күҙле ине, тиҙәp уны. Мин дә уны шулай иҫләйем. Куcимoвтың opдинаpецы Ғәйфулла Ғәбитoв Һәйетҡoл ауылынан булған. Был һүpәт командир Куcимoв Һәйетҡoлға килгән cаҡта төшөpөлдө, ти шаһиттар", - тигән Айһылыу апай.