Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
1 Декабрь 2025, 19:30

“Был люстраға ҡараған һайын Мортаза Ғөбәйҙулла улын иҫкә төшөрәбеҙ”

Республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов тураһындағы йылы иҫтәлектәрҙең һәр береһе ҡәҙерле. Был хәтирә тураһында Ауырғазы районында һөйләнеләр.

“Был люстраға ҡараған һайын Мортаза Ғөбәйҙулла улын иҫкә төшөрәбеҙ”
“Был люстраға ҡараған һайын Мортаза Ғөбәйҙулла улын иҫкә төшөрәбеҙ”

Талбазы ауылындағы район мәҙәниәт һарайы бик күркәм булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.

“Республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың башланғысы, ярҙамы менән төҙөлдө мәҙәниәт һарайы. Хәтеребеҙҙә, алдан шылтыратмайынса, хәбәр итмәйенсә, төҙөлөш барышы менән танышырға йыш килә торған ине, - ти хәтерләйҙәр талбазылар. ‎- Шулай бер килгәнендә Мортаза Ғөбәйҙулла улы фойены ҡарап сыҡты, түшәмгә ҡараны ла, бында нимәлер етмәй бит, ти. Эйе, люстра юҡ шул, тибеҙ. Бөгөн үк минең дачаға барығыҙ, унда бер матур люстра ятырға тейеш, алып ҡайтырһығыҙ, тигәс шул уҡ көндө ошо люстраны алып ҡайтып, элеп ҡуйҙыҡ, - тип матур иҫтәлек менән уртаҡлаштылар. ‎

Эйе, ябай ҙа, киң күңелле лә булған шул Бабайыбыҙ.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас